-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
11 Октябрь , 12:17

ӨЙ КОНЬЯГЫ

Бер туған ҡайнағам бер ҡатлы, эскерһеҙ кеше. Нимә хаҡында һүҙ башлаһаң да шуны ысынға алып ышана ла ҡуя. Ҡатынымдың үпкәләп тыйыуын ҡолағыма ла элмәй уның менән әңгәмә ҡорғанда хаттин аштырып шыттырырға, фәстерергә яратам. Шунан ләззәт алам, ҡыҙыҡ табам.

ӨЙ КОНЬЯГЫ
ӨЙ КОНЬЯГЫ
Ҡунаҡ йыйып алырға иттек. Абруйлы табынға ике шешә затлы коньяк та һатып алдым. Ҡатыным шартына тап килтереп шешәләрҙәген гәлсәр графинға ҡойҙо.
Ҡайнағам эсемлекте тейешенсә юғары баһаланы:
—Шәп бит был нәмәң, кейәү!
—Бәй, аҡса емеше түгел, баҡса емеше, шәхсән һеҙҙе һыйлайым тип өй шарттарында маташтырҙым!
—Нишләптер тәүләп ауыҙ итеүем, был хаҡта элгәре тумбытманың да?
—Һорамағас өндәшмәгәйнем…
Ҡатыным ҡыҫыла һалды:
—Бынау француз салатын тәмләп ҡарайһыңмы, ағай?—Минең яҡҡа уҫал тексәйҙе.—Ә һин юҡ-барҙы тылҡығансы ҡалған ҡунаҡтарҙы ҡара!
Һауа алыштырырға сыҡҡас ҡайнағам эргәмә килде:
—Ҡарындаш өҫтәл артында һөйләшеп бөтөргә бирмәне.
—Күп һөйләйһең тип ул мине гел шулайтып тыя ла ҡуя.
—Теге өй коньягын нисегерәк итеп эшләргә кәрәклекте төшөндөр әле?
—Бөтә кеше өйҙә генә коньяк етештерә башлаһа магазиндағын кем һатып алыр?
—Ә мин һине иң яҡшы кейәүҙәрем исемлегендә йөрөткән булам тағы.
—Ярай, сер генә итеп еткерәм, тик башҡаларға таратаһы булма!—Ситкәрәк алып киттем.—Ызнашит былай: 10 литрлыҡ биҙрәләге һыраға ун ҡап плиткәле шоколад төшөргәндән һуң, уны йылы урынға урынлаштыраһың. Теүәл ун көндән коньяк әҙер! Магазиндан шешәләп кенә һатып алаһың, ә бында мөлдөрәмә тулы бер биҙрә, күҙ алдыңа килтер!
Аҙна самаһы үткәс телефон шылтыраны:
—Кейәү, биҙрәләге нәмә ҡызлап тик ултыра, өлгөрөргә йыйынмай ҙа! Теге саҡ берәй ғилләһен әйтеп еткермәнеңме әллә?
—Һыраның маркаһы йүнлеме?
—«Жигулевский».
—Һәйбәтен һайлағанһың. Шоколадтарыңдың атамаһы?
—Булғас булһын, тип «Альпен гольд»ты алғайным.
—Маладис. Әле өлгөрмәгән коньягың ниндәйерәк төҫтә?
—Нисек бар шулай. Ә һалғаным биҙрә төбөнә һылашҡан.
—Һауытты ҡайҙа урынлаштырҙың?
—Баҡсаға, сейә, ҡарағат ҡыуаҡтары араһына, бисә күҙенән йырағыраҡ ергә.
—Шоколадтарҙы шул килеш төшөрҙөңмө?
—Һуң шулай тип өйрәттең бит.
—Хәтереңде эт талағыры, әйтеп еткермәгәнмен дә баһа! Уларҙы иң тәүҙә ит турағыстан үткәрергә, йә ҡырғыста ҡырырға кәрәк. Тиҙ иреп һыраны әсетһен өсөн шулай эшләнә. Әлеге мәлдә ҡайынбикә өйҙәме?
—Эштә. Кискеһен генә ҡайта.
—Был мәшәҡәткә уны ҡатнаштырмай дөрөҫ эшләгәнһең. Ҡатын-ҡыҙҙың ауыҙында һүҙ ятмай бит ул. Бер-береһенә шылтыратыша һалып баралар.
Ҡыҙыҡтың аҙағын күрергә ҡайнағаларға ашыҡтым. Ул мин барғанда ҡул-башын буяп яртылаш ирегән һоро боламыҡтарҙы ит турағыстан үткәреп аҙаплана ине. Мине күргәс һөрәнләп ебәрҙе:
—Теүәл ун көндән ҡунаҡ йыям, кейәү. Табынымдың түрендә булырһың, өй коньягын тәмләп ҡарарһың!
 
Таһир Ҡотоев.
Автор:
Читайте нас: