+29 °С
Ясно
Сатира һәм юмор
10 Октября 2024, 03:29

Сумаҙан

Колхоз фермаһында яңы тыуған быҙауҙар үлә башлаған. Бының сәбәбен белер өсөн район үҙәгенә түгел, ә Өфөләге вет­лабораторияға барырға кәрәк булған. Колхоз ветфельдшеры, күп уйлап тормай, ҡалаға юллана. Өфө тиклем Өфөгә тоҡсай күтәреп барып булмай бит инде, ул яңы сумаҙанға бәләкәйерәк үлгән быҙауҙы һалған да юлға сыҡҡан.

СумаҙанСумаҙан
Сумаҙан
Лабораторияла быҙауҙы тикшереп, диагноз ҡуйғандар. Әммә үләкһәне кире алып ҡайтып китергә ҡушҡандар. Ветеринар ни эшләһен инде — быҙауҙы алып, ҡайтырға сыҡҡан. Көнө буйы арып йонсоған кеше электричкаға ултырыу менән йоҡлап киткән. Уянһа, сумаҙандан елдәр иҫкән! “Һай, ҡайһылай шәп булды бит, нисек кенә ун километр юлды күтәреп алып ҡайтыр инем”, — тип еңел һулаған, ти, хужа.
“Һай, шәп булды бит әле” тигән лаҡап ҡына тороп ҡалды.
 
В. ҺӘҮБӘНОВ.
Әлшәй районы.
 
Йомабикәһе лә бар!
 
Минең ҡайным бик мәрәкәсел кеше булған. Бер ваҡыт ул үҙенең ике туған ағаһы менән тирмәндән ҡайтып килгән. Тракторҙа — ҡайным. Ҡараһалар, трактор эргәһенән бер сана уҙып бара, ти. Ҡайным: “Малик, ҡара әле, бынауы сана әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар”, — ти икән. Малик ҡараһа — уларҙың санаһы, ә санала — Йомабикә!
Баҡһаң, сана тауҙан төшкәндә ысҡынып китеп, тракторҙы уҙып китеп барған икән. Шунан бирле ауылда “әллә беҙҙеке инде, Йомабикәһе лә бар” тигән һүҙ тороп ҡалған.

М. ҠУНАҠҠОЛОВА.
Күгәрсен районы.
Автор:
Читайте нас