-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
7 Октябрь , 07:23

ЛАҠАПТАР

-

ЛАҠАПТАР
ЛАҠАПТАР

Ике майор, 15 башҡорт

Бер бабай менән әбей йоҡларға ятҡас, уларҙың өй тәҙрәһен сиртеп:
— Ун биш баш ҡорот менән ике майығыҙ Себер китте, — тигәндәр, ти.
Әбей, ята биргәс:
— Йә инде, Хоҙай, ике майоры урыҫтыр әле, уларына бер ни булмаҫ, анау ун биш башҡорто ни эшләр инде, меҫкендәр, — тип йәлләгән, имеш.
Иртән тороп, аласыҡҡа сыҡһалар, 15 баш ҡорот, ике йомғаҡ май урынында юҡ, ти.
Фәнүзә ИШБАЕВА.
Бөрйән районы.

"Бөгөн бирерме, иртәгәме?"


Һуғыш ваҡытында Нәбирә инәй колхоз рәйесенә ниндәйҙер йомошҡа ингән. (Хәҙер икеһе лә мәрхүм инде).
"Юҡ, еңгә, шундай положение, йомошоңдо үтәй алмайым", — тигән рәйес. Нәбирә инәй үҙенсә һөйләнә икән: "Һин положениела булһаң, мин дә — положениелә!"
Икенсе ваҡыт инәй унан ат һораған. Рәйестең асыулы ваҡытына тура килгәндер инде, инәйҙе: "На черт сдался, Нәбирә еңгә", — тип тиргәп ташлаған.
Конторанан сыҡҡанда инәй һөйләнә, ти: "Сдался тип әйтте былай, бөгөн бирерме икән, иртәгәме?.."
Фәрзәнә ЗАҺИТОВА.
Әбйәлил районы,
Айыуһаҙ ауылы.

https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/7540-laaptar.html

 

Автор:
Читайте нас: