Кафура кәнфите
Ялсыҡай ауылы лаҡапҡа бай, сөнки бында асыҡ күңелле, әсе телле, шаян кешеләр йәшәй.
Ялсыҡайға ҡунаҡҡа барһаң, һәр ваҡыт тиерлек сәй эскәндә: "Кафура кәнфитен ҡушып эсегеҙ", — тигәндәрен ишетергә була. Был лаҡаптың килеп сығышын һорағас, миңә ошоларҙы һөйләнеләр.
Ауылда Кафура тигән әбей йәшәгән. Бер ваҡыт магазиндан какао порошогына манылған "мендәр" кәнфите һатып ала ул. Ҡайтҡас, сәй эсер алдынан ҡараһа, кәнфиттәр "саңлы" икән.
— Атаҡ-атаҡ, бысраҡ килеш һатҡандарсы, вәт битһеҙҙәр! — тип, һуҡрана-һуҡрана ҡоштабаҡҡа һалып йыуа инәйебеҙ кәнфиттәрҙе.
Ҡунаҡ килгәндә: "Йыуып алдым. Минең кәнфитем таҙа ул, ашағыҙ, аша", — тип һыйлаған. Шунан һуң был һүҙҙәр лаҡап булып йөрөй икән.
Р. САБИТОВА.
Көйөргәҙе районы,
Ялсыҡай ауылы.
"Ҡайһылай булһа ла, һинән йәшерәк..."
Олатайым мәрхүм инде хәҙер. Бик күп йылдар ул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы колхоз йортонда торҙо. Һәр ваҡыт ауылдан килгән кешеләргә баҙарҙа ит, иген һатырға ярҙамлаша торғайны.
Бер ваҡыт олатайым һыйыр ите һатып тора. Әбей-һәбей килеп, бынан хаҡын һорай икән: "Итең ниндәй: йәшме, ҡартмы?" Олатайым: "Ҡайһылай булһа ла, һинән йәшерәк инде", — тип яуаплаған. Был лаҡап та баҙарҙа "йәшәй" бирә.
Радик ҺӨЙӘРҒОЛОВ.
Стәрлебаш районы.
"Хәс тә быйма"
Ғәләүетдин киске уйындан һуң ғына ҡайта ла, быймаһын иртәнгә тиклем кипһен өсөн мейес эсенә ҡуйып, йоҡларға ята.
Иртән әсәһе ут яҡҡанда мейес эсен ҡарап тормай, шырпы төртә лә ебәрә. Бер аҙҙан көлсә бешерергә килһә, аптырап ҡала. Шунан:
— Тор әле, Ғәләүетдин. Ҡара әле, бынау утын хәс тә быйма һымаҡ янған, — тип саҡыра икән.
А. ХӘЛИМОВ.
Күмертау ҡалаһы.
https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/7540-laaptar.html