-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
6 Октябрь , 19:06

Лаҡаптар

-

Лаҡаптар
Лаҡаптар

Ойошҡан һалма

Беҙҙең ҡоҙалар атайымдарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡайтҡас, әсәйем менән көлөшә-көлөшә түбәндәге хәлде һөйләнеләр.
Бер ҡунаҡ, ойошҡан һалманы сүпләп, тәрилкәһенән ситкә һала ла һала икән. Быны күреп ҡалған хужа: "Эй, ҡоҙа, ойошҡанын мин үҙем яратам, әбей шуға гел шулай бешерә", — тигән. Шул саҡ әбейе тағы бер туҫтаҡ аш алып килеп, бабайҙың алдына ҡуйған. "Бабай, уны дауна әйтһәң, ней була, түрбашта ойошҡан һалма күп ул", — тигән, ти.
Хәҙер беҙҙең яҡта, һалма бер аҙ ойошоңҡораһа, "ҡоҙаға ашатырбыҙ", тиҙәр.
Г. МӨХИТОВА.
Баймаҡ районы,
Йомаш ауылы.

 

Ярамағанмы миңә?!

Беҙҙең Ташаҫты ауылында икешәр әбейле өс ҡарт йәшәй ине. Ифрат ғәҙел булды улар: әбейҙәр бер-береһенең балаларын ҡарай, бабайҙарын алмашлап тәрбиәләй.
Элегерәк көндәш ҡатындарҙың береһе шым ғына муллаға килгән. Күрәһең, үҙен ҡыйырһытылған итеп тойғандыр инде. Иренең яратмауына зарлана, ти. Бер ҡаҙаҡ май, бер тәңкә аҡса килтергән, бетеү өшкөрөп биреүен үтенгән. Мулла шаяныраҡ булғандыр инде:
"Уны һөйҙө ни миңә,
Быны һөйҙө ни миңә.
Бер тәңкә аҡса, бер ҡаҙаҡ май —
Ярамаймы ни миңә?" —
тигән “бетеү” яҙып биргән.
З. МЫРҘАГИЛДИНА.
Ғафури районы,
Ҡауарҙы ауылы.

https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/7540-laaptar.html

 

Автор:
Читайте нас: