Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
6 Октябрь 2024, 08:23

ЛАҠАПТАР

Бер ауылда өйләнмәй йөрөгән егеткә димләп кәләш алып бирәләр. Йәш килен егәрле, тыйнаҡ булып, иренә лә, туғандарына ла оҡшаған. Тик эңерҙә күҙе насар күрә икән. Бер көн күрше ағай йәш килендең һауын һыйырын эҙләп мал араһында ҡаңғырып йөрөгәнен ҡарап торғанда, теге егеткә: “Ҡатыныңдың күҙе күрмәй түгелме” тигән. Егет быны ғәйеп эҙләү тип уйлапмы: “Уның миңә күҙе нимәгә ул” тип яуаплаған. Хәҙер берәйһенең етешһеҙлеген тикшергәндә “Ярай, уға күҙ нимәгә” тип ҡуялар.

ЛАҠАПТАР
ЛАҠАПТАР

Ир менән ҡатын урманда ятып бесән эшләгән икән. Бер көн таңға яҡында ғына айыу үкергән. Былар ҡурҡышып күршеләренә ҡарай йүгергән. Ир кеше йүгергәндә ҡатынын үтеп китеп артта ҡалдырған, ти. Шулай йүгерешеп күрше бесәнселәр ҡыуышына барып еткәндәр. Аҙаҡ ир, оялып, “ҡараһам бисәкәй хәтәр шәп йүгерә, туҡта, мин аны үтәләм микән тип ҡыҙҙырғайным – үтәм икән” тигән булған. Берәй нәмәнән ҡасҡанда йәки өлгөрәйем тип йүгерешкәндә “үтәләм микән тиһәм, үтәләм икән” тип көлөшәләр.

Бер инәй телефондағы “Абонент не доступен” тигәнде үҙенсә аңлап, “ҡыҙыма шылтыратһам “нидастуйын” тип торасы, нишләп минең ҡыҙым нидастуйын булһын, хатта дастуйын” тип көйә икән. Хәҙер кемдер “не доступен” булғанда, был да нидастуйын тип көләбеҙ.

Беҙҙә ҡасандыр Әйүп тигән балта оҫтаһы йәшәгән. Тегене кешеләр яллаһа, килеп башланасаҡ эште ҡарап сыға ла: “Тә-ә-әк” тип һуҙа икән. Яллаусылар бының ризалығын шунда уҡ аңлап бер яртыны сығарып бирә. Шунан ҡалған лаҡап: “тәк” тигәндә Әйүп ҡарта бер ярты.

Лилиә Исмәғилева.

https://henek.info/articles/shulay-a-bula/2023-04-22/la-aptar-teld-n-sy-a-3225557

 

Автор:
Читайте нас: