-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
5 Октябрь , 17:40

ЛАҠАПТАР

Беҙҙең яҡта бер егетте атаһы: “Ауылға ғына ҡайтып йәшәмәй, шул ҡалаңда ҡоро ас йөрөйһөң” тип әрләй икән. Шунда егетең: “Ас булһам да асфальттан йөрөйөм”, - тигән ти.

ЛАҠАПТАР
ЛАҠАПТАР

Бер ауылда тотош бер ғаилә уландарын “бапаҡтар” тип йөрөтәләр. Биҡтиһәң, өлкән ағалары мәктәпкә барғанда алфавиттың нимә икәнен дә белмәй барған икән. Хәрефтәр теҙмәһенә оҙаҡ ҡына ҡарап торғас, “ж” хәрефенә төртөп күрһәтеп “бапаҡ” тигән. Унан был атама үҙенә генә түгел, тотош ғаиләһенә, унан “бапаҡ балаһы” булып балаларына ла йәбешкән. Бәлки, “бапаҡ ейәндәре” лә булыр әле.

Ун өс бала тапҡан бер апай туғыҙынсымы, унынсымы балаһын тыуҙыра икән. Уның хәлен белгән күршеһе фельдшерға килеп әйткән. Ул заманда баланы өйҙә тапҡандар әле, фельдшерҙар ҙа яңы ғына эшләй башлаған. Ҡатындар фелдшерға мөрәжәғәт итмәй аптыратҡандар, шуға теге ауырлыларҙы һағалап йөрөр булған. Был апайҙың да балаһын ҡабул итеп, бәпесте үлсәп, тикшереп ваҡытты һуҙып ташлаған. Ә апайҙың ире өмә яһатып йөрөй, хәҙер ашарға ҡайтырға тейештәр икән. Яңы тыуған сабыйын ситкә һалып тороп тиҙ генә эштәрен тамамлайым тиһә, фельдшер ҡыҙ тейешле тәртиптәрҙе үтәтеп булаша. Аҙаҡ апай ҡоҙоҡ буйында фельдшерҙы: “Ҡабаланғанда аныһы йөрөй бала таптырып”, - тип әрләп тора ти. Шул тирә халҡында ҡабаланғанда берәй көтөлмәгән эш килеп сыҡһа “ҡабаланғанда балаһын таптыра” тигән лаҡапты ҡабатлайҙар.

Лилиә Исмәғилева.

https://henek.info/articles/shulay-a-bula/2023-04-22/la-aptar-teld-n-sy-a-3225557

Автор:
Читайте нас: