+20 °С
Облачно
Сатира һәм юмор
19 Сентября 2024, 23:57

Ышанырғамы, юҡмы

Ышанырғамы, юҡмы, һеҙҙең ҡарамаҡҡа ҡалдырам.

Ышанырғамы, юҡмыЫшанырғамы, юҡмы
Ышанырғамы, юҡмы

Көндөҙ ныҡ эҫе булды. Кисен дуҫым менән һуң ғына мунса яғып ебәрҙек. Пиво эсеп ултырып һуң ғына мунса тураһында иҫкә төшөрҙөк. Мин әйберҙәремде йыйҙым да йыуынырға юлландым, дуҫым мыштырлап, хәҙер ҡыуып етәм тип тороп ҡалды.
Әйберҙәремде ҡалдырып ишекте асып ебәрһәм, дуҫым ләүкәлә сабынып ултыра. Был ни арала инеп ултырҙы икән тип, уйлана-уйлана уның эргәһенә ҡунаҡланым.
- Мә, арҡаны сап әле, тип ул ләүкәгә һуҙылып төшөп ятты.
Шап-шоп арҡаһын сабып торһам, уның аяғына күҙем төштө. Аяҡтар урынында тояҡтар күрмәйемме. Атаңдың ғына башы, тип, нисек сығып тайғанымды иҫләмәйем.
Йүгереп сығып килһәм, ҡаршыма дуҫым осраны. Мин ҡотом осоп , белһәң ине, унда нимә булғанын, тип ғауға ҡутара башланым. Дуҫым, юҡты һөйләмә, башына эҫе тейгәндер,әйҙә тикшерәйек, ти. Кире әйләнеп мунсаға инһәк, бер кем юҡ. Мин әле һаман тыныслана алмайынса, уның тояғы бар ине, тип һөйләнәм. Дуҫым , ошондай тояҡтар инеме, тип аяғын һуҙғайны, аяҡтар урынында тояҡтарҙы тағы ла күрмәйемме. Миңә саҡ инфаркт булманы. Аҡырып-баҡырып, инәнән тыума яланғас өйгә сабып ҡайтып килһәм, ҡаршыма тас тотоп алған дуҫым осраны. Мин уны ете ҡатлы итеп һүгеп, өйгә ҡайтып бикләндем. Таңға тиклем дуҫымды өйгә индермәнем.

СӘЙЕР ДОНЪЯ

 

Автор:
Читайте нас