+30 °С
Ясно
Сатира һәм юмор
9 Сентября 2024, 07:36

КҮЛДӘК

Ауылдың ғына түгел, райондың да мәҙәни сараларында, һабантуйҙарҙа әүҙем ҡатнашып йөрәгән ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбле әртистәре сираттағы сараға әҙерлек башланы. Көн дә тиерлек уҙғарылған репетициялар тамам, сәхнә костюмдарын ғына ҡараштырып алырға ҡалды.

КҮЛДӘККҮЛДӘК
КҮЛДӘК

Әсмә күлдәген йыуған ине, сөнки урамда ойошторолған һуңғы концертта ямғырға һыуланғайны. Ҡатын күлдәкте үтекләне лә, кейеп ҡарарға булды. Бынағайыш, уның бил өлөшө ҡыйынлыҡ менән башы аша үтте лә, күкрәк тәңгәлендә кипсәлде лә ҡуйҙы - ни өҫкә, ни аҫҡа тигәндәй. Әсмә, күлдәген көскә сисеп, көҙгө алдына килде: “Ике аҙна эсендә һимереп тә өлгөрҙөммө ней?” - тип аптырап, ҡурҡып китте. Ҡарамаҡҡа, әллә ни үҙгәреш тә тойолмаған кеүек. Шулай ҙа, диетаға күсергә тура килер, тип ҡарар итте ул. “Тик концерт иртәгә, тиҙ генә ябыҡтыра алған рецепт бармы икән?! Әллә бер аҙ ябыҡҡансы, йәки күлдәген киңәйтеп тектергәнсе, үҙенән йыуаныраҡ берәй әхирәте менән алмашынып торорғамы? Тик кем риза булһын, миңә ярамағанды, минән дә тулыраҡҡа ярар тиһеңме?!”...
Кинәт Әсмәнең телефоны шылтыраны. Хорҙа бергә йырлаған Әлиә икән:
- Әсмә! Һиндәге күлдәк үҙеңдекеме ул? Миндә әллә кемдеке, кейгәйнем – баттым да ҡуйҙым, әй. Ҡот осто бит, шул тиклем дә ябыҡҡанмын тип.
Әсмә, эштең ниҙә икәнлегенә төшөнөп, көлөп ебәрҙе:
- Мин дә, күлдәк ярамағас, һимергәнмен тип ҡурҡтым. Теге концерттан һуң, кейем алыштырғанда, бутағанбыҙ инде. Иртәгә клубҡа үтекләп кенә алып кил, йәме, Әлиә, - Әсмә ҡабаттан көҙгө янына барып баҫты: “Ниндәй тағы диета?! Фигурам бына тигән, бер артыҡ ерем дә юҡ!” тип тынысландырҙы ул үҙен.

Мәүлит Кәрими

Автор:
Читайте нас