Бер мәл ир төндә ҡаты йоҡоға талғанда телефоны балҡыған. Ҡатыны уянып китеп ҡараһа, "Спам" шылтырата икән. Ныҡыш булған тегеһе, әленән-әле шылтыратҡан да, яуап булмағас: "Һин ҡайҙа, һағындым", — тип смс ебәргән. "Спам"дың кем икәнлеген белеп ҡалған ҡатын йоҡлап ятҡан иренең ҡуйынына инеп селфи эшләгән дә, фотоны һәм "Спим" тигән смс ебәргән.
Әхмәр Үтәбай. "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
965-се күҙәтеү.