-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
4 Август 2024, 22:09

Башҡорт булғым килә

Урыҫтар күмәк йәшәгән бер ауылда гастролдәр менән йөрөгән башҡорт артистары концерт ҡуйып ҡайтҡан, ти. Шундай шәп мәҙәни сара барыһына ла хуш килгән, әй!

Башҡорт булғым килә
Башҡорт булғым килә

Башҡорт бейеүҙәре, йыр-моңонан торған концертты ҡарап саманан тыш хисләнеп киткән урыҫ ире икенсе көн мәсеткә килеп "Башҡорт булғым килә, давай, мине башҡортҡа әйләндер!" тип мулланы йонсота башлаған.
Мулла аптырай, нисек итеп быны башҡорт итергә һуң!? Теге ирҙе етәкләгән дә, мәсет тирәләй өс тапҡыр уратып йөрөткәс:
- Булды, милләтәш, һин хәҙер ысын башҡорт! - тигән.
Ғүмере буйы сусҡа итен ашап өйрәнгән теге ир ике аҙна түҙгән... Өсөнсө аҙнаһында түҙемлеге бөткән бының. Сусҡаһын һарайҙан алып сыҡҡан да мәсет тирәләй өс тапҡыр уратып алып йөрөтөп:
- Булды! Һин хәҙер һарыҡ! - тип әйтә ти сусҡаһына.

 КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ!

 

Автор:
Читайте нас: