Бейә дағаһы
Ауылдағы тимерлеккә ир-егеттәр йыйылып, бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашып, һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләп, шаярып-көлөп ултыралар икән. Шунда бер ағыйыбыҙ:
- Егеттәр, әйтегеҙ әле, нисек малай “эшләргә”? Еңгәйегеҙ алты ҡыҙ алып ҡайтты бит! – тип кәңәш һораған. “Тәжрибәле” икенсе ауылдашыбыҙ:
- Бына тағы бәпәй “эшләйем” тиһәң, мендәр аҫтына даға һал! Атты ысын ир-егет кенә тотоп дағалай ала бит!- тигән.
Бер йылдан тағы ла ауылдың ир-егеттәре тимерлектә осрашҡан. Ҡыҙға бай ағайыбыҙ:
- Эй егеттәр, ни эшләп теге ваҡыт алданығыҙ инде? Бына мендәр аҫтына даға һалып, бәпәй “эшләнем”, барыбер етенсеһе лә ҡыҙ булды!- тигән. Кәңәш биргән ағайыбыҙ ҙа юғалып ҡалмаған:
- Дағаһы бейәнеке булғандыр!- тип әйтеп ҡотолған.
4 йәштә саҡ уҡырға өйрәндем
Әхирәтемә ҡунаҡҡа килгәнбеҙ. Биш йәшлек улы шып-шыма, бер хатаһыҙ, тасуири итеп китап уҡып ултыра. Һоҡланып ҡарап торҙом да:
- Оһо, ҡалай матур уҡый! – тинем.
Әхирәтем:
- Ул өс йәшендә уҡый башланы! – тине. Улы, уҡыуынан туҡтап:
- Мин һиңә иҫәрме ни өс йәштә китап уҡып ултырырға! Өс йәштә хәрефтәрҙе генә өйрәндем, дүрт йәшемдә саҡ уҡый башланым! – тине лә, уҡыуын дауам итте.
Айһылыу Сирбаева, Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы.