+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Өшкөрөлгән һыу

-

Өшкөрөлгән һыу
Өшкөрөлгән һыу

Бер ҡатынҡай муллаға килеп иренә зарлана, ти.
- Ирем туҡмай, ҡайта ла туҙына, туҙына ла мине ҡыйнарға тотона... - ти икән. Берәр нәмә өшкөрөп бир әле.
Мулла өшкөрөлгән һыу биргән дә:
- Ирең ҡайтып туҙына башлауға ауыҙыңды тултырғансы уртла ла, йотмайыраҡ тотоп тор, - тигән.
Бына ире кис ҡайтып ингән дә туҙына башлаған, ҡатын һыуҙы ҡабып тора ти, ауыҙ тултырып. Ир ҡатын өндәшмәгәс, тиҙ генә һыуынған. Бер нисә ҡат шулай ҡабатланғас, һыу бөткән. Ҡатынҡай тағы йүгергән муллаға.
- Эй, мулла абзый, һыуың шундай файҙалы булды! Ирем тынысланды, хатта асыуланмай ҙа хәҙер! Тағы ла шул өшкөрөлгән һыуыңды бир әле, - тигәс, мулла:
- Үҙ өйөңдәге крандан аҡҡан һыуҙы ҡабып торһаң да була ул ир туҙынғанда! - тип әйткән ти.


© КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ! 

Автор:
Читайте нас: