+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
28 Апрель , 20:09

Көлөп алайыҡ әле

-

Көлөп алайыҡ әле
Көлөп алайыҡ әле

Бер әбей, автобусҡа ултырып, алыҫ юлға сыға. Водителгә:
–Улым, Шәрип ауылына еткәс, миңә әйтерһең әле, – ти.
–Яҡшы, әбей.
Бер сәғәт баралар, ике сәғәт, водитель әбейҙең үтенесен онота.
–Улым, Шәрипкә алыҫмы әле?
Шәрипте әллә ҡасан үтеп киткән водитель, эстән генә һүгенеп:
–Тиҙҙән барып етәбеҙ, – ти.
Автобусты кирегә бора ла тағын 40 саҡрым юл үтә:
–Әбей, төш, бына һинең Шәрибең!
–Ә миңә төшөргә кәрәкмәй, улым.
–???
–Ҡыҙым миңә шул ауылды үткәндә дарыуымды эсергә ҡушҡан ине...

***

Бер башҡорт урыҫ знакумына ҡунаҡҡа килгән. Урыҫ быны ныҡ ҡына һыйлаған, сусҡа итен дә ашатҡан. Башҡортҡа ит бик ныҡ оҡшағас, урыҫ быға сусҡа бәрәсен бүләк итеп ҡайтарған, ти.
Башҡорт:
- Был сусҡа бәрәсенә нимә ашатайым һуң? - тип белешмәк булған.
- Үҙегеҙ нимә ашайһығыҙ шуны ашат! - тип өйрәтеп ҡайтарған урыҫ. Берғауым ваҡыт үткәс урыҫ ҡунаҡҡа килгән, һүҙ араһында сусҡа үҫәме тип һораған. Башҡорт:
- Оҙаҡ торманы ул, үлде... - тигән.
- Бәтттәс! Нимә ашаттың һуң уға?
- Нимә тип, ней, шул, үҙебеҙ нимә ашайбыҙ - шунан артығын биргән юҡ. Беҙ, башҡорттар ни, сәй эсәбеҙ ҙә сәй эсәбеҙ! - тигән.

Автор:
Читайте нас: