+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
16 Апрель , 10:08

АРТИСТ ЭТ

Башҡортостандың халыҡ артистары Лилиә менән Хәлит Фәтиховтар улдары Айнурға көсөк алып бирә һәм уны үҙҙәре менән гастролгә йөрөтә башлай.

АРТИСТ ЭТ
АРТИСТ ЭТ
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары. Илебеҙҙә киң ҡолас менән эскелеккә ҡаршы көрәш йәйелдерелде. Был эштән беҙ ҙә, артистар ҙа, ситтә ҡалманыҡ. Башҡортостандың халыҡ артистары Лилиә менән Хәлит Фәтиховтар улдары Айнурға көсөк алып бирҙе. Улар уны үҙҙәре менән гастролгә алып йөрөттө. Эт әҙерҙе генә ашаманы. Хәлит баян уйнағанда ҡушылып йырларға өйрәнде. Бик ҡыҙыҡлы номер булып сыҡты был. Тамашасы йырсыларҙы түгел, ә эттең сығышын яратты, устары ҡабарғансы ҡул сапты. Эттең йырлауы үҙенсәлекле сығыш булһа ла, унда социаль мәғәнә юҡ ине. Һәр номерға сәйәси, фәлсәфәүи, психологик һәм башҡа мәғәнә һала белһәң, уның баһаһы тағы ла күтәреләтөшә. Был тәңгәлдә мин, конферансье булараҡ, эттең йырлауын эскелеккә ҡаршы көрәштә файҙаланырға булдым. Бөжәктәр ҙә, бар хайуандар ҙа кәрәсин, бензин, спирт еҫен яратмай. Бер саҡ көмөшкә еҫе аңҡып торған шешәне эттең мороно янына ҡуйғайным, ул лауылдап өрөп тә ебәрҙе. Быны Фәтиховтар концерттарҙа күрһәтә башланы. Халыҡ көлә-көлә ҡул саба.
– Хөрмәтле тамашасылар, тәнәфестән һуң эттең тағы ла бер номерын күрһәтәсәкбеҙ. Беҙ уны урамда эшләйбеҙ. Ҡайһы йортта көмөшкә ҡыуалар, эт шуның янында өрәсәк, – тип иғлан иттем. Әлбиттә, был минең сираттағы шаяртыуым ғына ине. Этте урам буйлап өрҙөрөп йөрөтөү уйыбыҙҙа ла юҡ. Хәҙер ундай шаяртыуҙы урыҫ телендә “прикол” тиҙәр. Был шунда уҡ үҙенең һөҙөмтәһен бирҙе. Тәнәфестән һуң ярты халыҡ залға инмәне лә ҡуйҙы бит. Клуб мөдиренә мөрәжәғәт иттек:
– Ни өсөн?
– Эт көмөшкә ҡыуған йорт алдында өрәсәк, тинегеҙ бит. Күптәр көмөшкәләрен түгергә, аппараттарын йәшерергә ҡайтып китте, – тине ул.
 
Юнир САЛАУАТОВ
Автор:
Читайте нас: