+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
8 Апрель , 19:16

Ауылым мәҙәктәре

60-сы йылдарҙа була был хәл... Колхоздарҙың сәскә атҡан сағы, яландарҙа трактор тауыштары тынмай эшләгән ваҡыттар!

Ауылым мәҙәктәре
Ауылым мәҙәктәре

Бына ошо ваҡытта беҙҙең ауылдың егете, тракторист, армияла хеҙмәтен тултырып, ауылға ҡайта. Ул заманда куп һорап тромайҙар, бер–ике аҙна ял иткәндән колхозға эшкә сығаралар ине. Был егеткә шунда уҡ трактор бирәләр - эшлә генә! Егет эшләй эшләүен, тик теле әсе икән, һәм ололарҙың һуҙен тыңлап бармай ти. Бригадир ҙа ҡаты кеше булған, тыңламаған егетте тотҡан да төнгөлөккә бер үҙен ер һөрөргә ебәргән. Ауыл эргәһендәге ҙур яланды. Ярар, егет ни эштән ҡурҡа торған кеше түгел, ныу шулай ҙа бригадир менән әрепләшеп алмайынса булдыра алмаған күрәһең…
Башланған эш, бына ҡараңғы ла төшкән, эш ырай, папирос тарта биреп, бураҙналар һала тракторист. Был ялан тигеҙ, матур… Тик бер генә әтнәкәһе бар - уның бер яғында Аллағыуат зыяраты, боронғо, селек баҫып бөткән шомло зыярат, оҙон буйға һөргәндә, һәр әйләнеш уның эргәһенән утә… Беҙҙең егет ҡурҡып барғандарҙан тугел тугеллеккә, барыбер йөрәк урынында тугел..
Таңға табан зыярат эргәһенән боролғанда, бураҙнаны ҡарайым тип артҡа боролһа егет - йә хоҙай! Һабан өҫтөндә!.. Оҙон иләмһеҙ нәмә һабан өҫтөндә ултыра , ултырһа ғына бер хәл, ҡул болғай!!! Егеттең хәле бөтә , шыбыр тиргә бата, нишләргә??!! Ни булһа булһын, ти ҙә егет тракторҙы ауыл яғына бора. Ауылға табан бара барыуын ,теге нимә юғалмай,төшмәй! Егет яландан да сыға, теге нәмә лә юҡҡа сыға, әммә кире боролорға юҡ инде, егет ауылға һыпырта, һабанды ла кутәртмәй! (элекке һабандарҙы тышҡа сығып, ҡул менән күтәргәндәр). Өйөнә тиклем һөрөп ҡайтҡан был. Йүгереп өйөнә инәйем тиһә, тупһала әллә ниндәй эт ултыра! Ҡымшанмай ҙа, исмаһам! Был егет ҡысҡырыуына һыйыр һауырға уянған әсәһе килеп сыға ла, атаҡ-атаҡ, кисә Ашҡаҙар буйында үлеп ятҡан этте кем бында килтеп ҡуйған, йүнһеҙҙәр, тип сығарып ташлай.
Иртәгәһен төштән һуң эшкә барһа егет, күҙен астырмайҙар икән механизаторҙар, баҡтиһәң, бригадир таң алдынан эш тикшерергә барған да, бер юлы егетте ҡыҙыҡ итергә булған (ул заман кальсон модала, кейем юҡлыҡ, эстән кейергә) өҫ кейемен сискән дә зыярат эсендә көтөп ултырған. Ул заманды мызлаҡ фарҙарында, етмәһә ҡурҡҡан куҙҙәргә әллә ниҙәр булып күренер аҡ кальсондағы бригадир! Был ваҡиғанан һуң егет әҙерәк телен тыйған, тик бүтән төнгө сменаға сыҡмаған.

Әйткәндәй, уның ауылға көтөүлек аша һөрөп төшкән юлы әле лә бар, күренеп ята!

Ауылым мәҙәктәре - һеҙҙең ҡыҙыҡ хәлдәр төркөмөнән.

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-211764659_20172%2F419d684983defc71b6

 

Автор:
Читайте нас: