+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
16 Март , 10:11

Ауыл мәҙәктәре

Беҙҙә шаян мәрәкәсел халыҡ йәшәй. Тормошҡа зарланып, яҙмышҡа уфтанып ултырмай, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып, үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да кәйефен күтәреп көн итә улар. Төрлө мәҙәк хәлдәргә лә осрап ҡуя.  

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

«Умирать будешь...»

Урыҫ егете район үҙәгенә тирмәнгә бара. Ул сиратын еткереп, алып барған игенен он итеп тарттырып бөткәнсе, кис була. Төнгә ҡарай юлға сыға алмаған егет бер башҡорт инәйенә фатирға төшә. Әбей бик яҡшы булып сыға, тик бының телендә самалыраҡ һупалай икән. Юлсыны ашата, эсерә, йоҡларға урын әҙерләп бирә. Үҙе бер туҡтауһыҙ: «Улым, ятҡас та умирать будешь, умирать будешь», - тип һөйләнә икән. Йәнәһе, бик арығанһың, үле кеүек йоҡларһың. Ә егет, йоҡлап киткәс, әбей мине үлтерергә йыйына, тип уйлап, таңға тиклем керпек ҡаҡмай.

«Унда нисек индегеҙ?»

Борон беҙҙең яҡ кешеләре әйбер алырға, шәл һатырға Ырымбурға йөрөгән. Бер инәй ҡалаға барғас, үҙенә кәрәк магазинға юлланған. Тик уның бикле сағына тура килгән.  Магазин тәҙрәләре аша эстәге манекендарҙы күреп ҡалған да, уларҙы кешеләр тип уйлап, ишек-тәҙрәләрҙе ҡаға-ҡаға: «Һеҙ унда нисек индегеҙ, әллә берәй ерҙә тағы ишек бармы?» – тип ҡысҡыра икән.

Мәҙәк хәлдәрҙе Лена
ХӘЙРУЛЛИНА яҙып алды.

https://henek.info/articles/m-kt-r/2022-02-01/auyl-m-kt-re-2676013

 

Автор:
Читайте нас: