+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
15 Март , 15:09

Ауыл мәҙәктәре

-

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

«Бәлки, ашармын»

Бер кейәү ҡәйнәһе менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Хужабикә уларҙың алдына төрлө ризыҡ сығарып теҙә. Кейәү кеше бик ашамһаҡ була, уның был ғәҙәтен белгән ҡәйнә, хужалар алдында ҡыҙарырға тура килмәһен тип, уның алдына ҡуйылған һәр ашамлыҡты ситкә ала бара икән, үҙе бер туҡтауһыҙ: «Беҙҙең кейәү быны ашамай ул», – тип һөйләнә, ти.
Тегеһе, ныҡ асыҡҡан булһа ла, түҙеп ултыра бирә икән. Өҫтәл артындағылар туйып, хуш итеп бөткәс, түҙмәгән был: «Туҡтап тор әле, ҡәйнәм, ашамаһам да, ашап ҡарайым әле, бәлки, ашармын», – тип, һыйланырға керешкән. Уның был һүҙе лаҡап булып ҡалған.

«Тукует»

Бер әбекәй урыҫ кешеһенән кәзә һатып ала. Тәкәне һарайына алып ҡайтып бикләү менән үҙ кәзәләренә көн бөтә бының: теге тәкә һөҙөп йонсота тегеләрҙе.
Әбей, оҙаҡ уйлап тормай, малын етәкләй ҙә, урыҫҡа кире китә. Тегеһе иһә ни булғанын аңламай: «В чем дело, бабушка?» – тип һорай.
Инәйҙең урыҫсаһы самалы була. «Кәзәләремде төкөй»ҙө ни тип әйтергә белмәй, оҙаҡ ыуаланып торғандан һуң, ике бармағын маңлайына ҡуйып: «Тукует», – тип ҡуя.

Мәҙәк хәлдәрҙе Лена
ХӘЙРУЛЛИНА яҙып алды.

https://henek.info/articles/m-kt-r/2022-02-01/auyl-m-kt-re-2676013

 

Автор:
Читайте нас: