+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
28 Февраль , 14:50

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр

-

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр
Әҙиптәр һәм мәҙәктәр
Ҡыҙыҡ хикәйә...
 
Бер редакция бүлмәһендә ултырабыҙ. Оло ғына йәштәге бер ағай килеп инде. Бүлек мөдире тегеңә ишетелмәҫлек итеп бышылданы:
– Йөрөйҙәр шунда эш ҡалдырып!..
Ағай мөдирҙең ҡаршыһына ултырҙы:
– Бына, бер хикәйә яҙғайным, – тип ҡулъяҙмаһын һондо.
Тегенеһе ҡағыҙҙарҙы алып, битараф ҡына күҙ йүгертте:
– Ярай, ҡарарбыҙ, – тине. – Кем булаһығыҙ? Бында исемегеҙ яҙылмаған.
– Фәлән Фәләнов мин. Эшҡыуар. Биш-алты магазиным тотам...
– Ә-ә-ә... Ҡыҙыҡ!... Бик ҡыҙыҡ хикәйә бит был!.. Ҡарағыҙ әле, быны бит повесть йә роман итеп тә була!..
 
“Тартаһыңмы?”
 
Табаҡ битле, ҡыҫығыраҡ күҙле, татарса һөйләшкән бер ағайға яҙыусы Барый Ноғоманов:
– Тартаһыңмы? – ти.
– Мин – башҡорт! Ышанмаһаң, бына, паспортты ҡара, – тип сығышын, нәҫел-нәсәбен теҙеп алып китә был.
– Башҡортлоғоң кәрәкмәй миңә, тартаһыңмы, тим?..
– Ә-ә... Мин “татарһыңмы” тип ишетәм...
 
 
Автор:
Читайте нас: