+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
19 Февраль , 11:11

Беҙ нисек Яңы йыл ҡаршыланыҡ?

Артистар тормошонан

1985 йылдар булғандыр.Ҡала мәҙәниәт паркында эшләп йөрөйбөҙ. Гөлсәсәк – художество етәксеһе, мин – фольклор ансамбле етәксеһе. Ул ваҡытта директор булып Мөхтәр ағай Сабитов эшләй ине. 31 ғинуар беҙҙе парк буйынса дежур итеп ҡуйҙылар. Ҡыҫҡаһы, Яңы йылды шунда ҡаршыларға тейешбеҙ. Шуға күрә балалар ҙа беҙҙең менән. Матур итеп өҫтәл ҡорҙоҡ. Яңы йыл ҡаршыларға бер сәғәт самаһы ҡалғас, парк ҡаршыһындағы елкаға сығып, уйындар үткәрергә, гармун уйнап бейетергә тейешбеҙ. Гөлсәсәк – Ҡарһылыу, мин – Ҡыш бабай кейемендә. Бер ваҡыт мин гармун уйнап торғанда, эргәмә йәш кенә егет килде лә: «Можно я сыграю», – ти. Мин инде русса бик уйнай белмәгәс, әйҙә уйнаһын тип, теге егеткә тотторҙом. Бер заман был егет юҡҡа сыҡты бит әй. Тегеләй-былай барып ҡарайым, юҡ теге бәндә. Милиция саҡырттыҡ. Тегеләр яйлап протокол яҙырға ултырҙылар. Сәғәт 12-не һуҡты, беҙ һаман протокол яҙабыҙ. Шунан мин әйтәм, ул эсеп ҡыҙып алған кеше, Яңы йыл ҡаршы алғас, моғайын, гармун менән тағы елка янына сығасаҡ, тим. Ҡыш бабай кейемен сисеп, милиция УАЗигына ултырып, киттек елкалар буйлап. Майҙандағы елкала күренмәне, «Октябрь» кинотеатры янындағы елкала ла юҡ, һуңғы өмөт «Строитель» һарайы янындағы елка. Килһәк, беҙҙең бур-гармунсы рәхәтләнеп гармун тартып, кешеләрҙе бейетеп йөрөй. Милиционерҙар тегене эләктереп алып, машинаға гармуны-нийе менән тығып ҡуйҙылар. Кем гармуны тип һорайҙар. Минеке, ти. Алдайһың, һин уны урлағанһың. Яныңда беләһеңме кем ултыра, Ҡыш бабай, тиҙәр. Мин бит инде уны шунда уҡ таныным. Теге бахыр дөрөҫөн әйтергә мәжбүр булды инде. Мине кире паркка килтергәс, гармунды бирегеҙ инде, тим. Юҡ бирә алмайбыҙ, әлегә был матди дәлил (вещдок), тинеләр. Шулай итеп минең гармун өс милиционер эргәһендә ҡуҡырайып тигәндәй, важно ғына УАЗик машинаһында, милиция отделына китеп барҙы. Иҫке Яңы йылды ҡаршылағанда ғына ҡайтты ул вещдок-гармун. Бәлки, милиционерҙар араһында ла гармунда уйнарға яратҡан кешеләр булғандыр.

Яҡуп ШӘРИПОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы.

Автор:
Читайте нас: