+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
18 Февраль , 14:01

Лаҡаптар

-

«Кемдең ире?»

Айныҡ саҡта Ринаттан да тәүфиҡлы ир юҡ. Әммә эсеп алдымы, әйтерһең, уны алмаштырып ҡуйғандар. Бигерәк холоҡһоҙ инде. Туй бара. Арыу ғына «ҡыйыш тейәгәс», Ринат үҙенең холоҡһоҙлоғон күрһәтә башланы. Һуғышмай ҙа ул, әммә ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙе майлап ташлаһаң, эт тә ашамаҫ.

Һүгенеп ултырыуына уңайһыҙланып, ҡатыны Әсимә:
− Эй, Хоҙайым, ҡоҙасалар! Кемегеҙҙең ире был? Ҡолаҡ маҙаһы ҡалманы бит. Тыйығыҙ әле шул ирегеҙҙе, − тип өндәште, аҙарынып.
Шул һүҙҙән һуң Ринат ҡатынына күҙҙәрен тултырып ҡараны ла шым булды. Туй бөткәнсе ипле генә һөйләшеп ултырҙы. Ауыҙынан бер насар һүҙ сыҡһасы.

«Беҙҙең урам түгел икән…»

Туй бара. Туйҙа туҡмаҡ аунаған тигәндәй, бөтә ир-ат иҫерек. Ҡыйыш-мыйыш булһа ла, атлап йөрөүселәр күренгеләй. Аяғында баҫып тора алмағандар имгәкләй. Берәүҙәр үҙ алдына һөйләнә, икенселәре йоҡлап ултыра.
Фәррәхетдин ағай уянып китте лә ҡатынын эҙләй башланы. Әллә ҡайҙа булғансы Ғәмбәриәһе.
− Ғәмбәриә, тим. Ғәмбәриә, һин ҡайҙа?
Яуап юҡ. Өҫтәл аҫтындағы аяҡтарҙы һәрмәкләп ҡараниһә: «Ағай, ни эшләйһең? Бында мин бит», − тип сәрелдәй һеңлекәштәре.
Фәррәхетдин ағай имгәкләп өҫтәл осона барып етә. Ғәмбәриәһе күренмәй. Аяҡ өҫтө баҫып ҡарар ине, баҫырлыҡ та, әҙәм танырлыҡ та хәлдә түгел шул. Имгәкләгән килеш мейес артына барып инә лә башы менән «шаҡ» итеп стенаға бәрелә.
− Аһ, был беҙҙең урам түгел икән, − тип мейес артынан әйләнеп сыға. Шулай имгәкләп тағы өҫтәл янына килә.
Фәррәхетдин ағайҙың ошо һүҙе ағай-эне араһында лаҡап булып ҡалды. Яңылыш йөрөлгән юл булһа: «Беҙҙең урам түгел икән», – тиҙәр хәҙер.

Мәҙинә АБДУЛЛИНА.

Дуҫтар, туйҙа булған ниндәй ҡыҙыҡтар бар һеҙҙә?

Автор:
Читайте нас: