+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
18 Февраль , 14:14

Исемдәр үҙгәртелеп алынған, булған хәл

-

Үҙ йомошо менән тышҡа сығып киткән Мәрйәм әбей уҡына-уҡына бик тиҙ килеп инде лә, ишекте бикләй һалып түргә уҙҙы.
-Ни булды ҡәйнәм,нимәгә ҡобараң осто? Таяғың ҡайҙа?
Килененә яуап биреп торманы әбей, йәһәтләп юрған аҫтына сумды.
Улы менән килене бер ни аңламай йоҡларға яттылар. Ваҡыт һуң, иртә торорға кәрәк уларға.
Иртәнге эштәрен бөтөрөп Мәрйәмдең килене Айгөл баҡсаға инде. Бушай алмай шул ҡайһы ваҡыт. Ҡый үләне баҫып киткән. Шул саҡ алмағас төбөндә ятҡан ҡәйнәһенең таяғын табып алды. Ҡомғаны ла шунда тәгәрәп ята, ҡапҡасы әллә ҡайҙа осҡан. Ғәҙәттә таяҡҡа таянып, аяғын саҡ шылдырып йөрөгән Мәрйәм әбей улы менән киленен аптыратҡайны шул кисә.
Сәй эсергә ултырғас ҡәйнә үҙе һүҙ башланы.
-Уҡынмай йөрөмәйем, шулай ҙа күрҙем бит, әстәгафируллаһ тәүбә-тәүбә. Күктән уҡ һымаҡ атылып төштө лә таяҡты осорғайным башына шаҡ итеп барып тейҙе. Артынса ҡомғанды осорғайным берҙе баҡырҙыла кире күккә осто. Аяҡ һыҙлауын онотоп өйгә йүгерҙем.
Ышанырғала, ышанмаҫҡала белмәй ултырған килене менән улы шулай ҙа ҡурҡышып бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар...

Был ваҡытта күршеһендә йәшәгән Гөлбикә малайынан һорау ала ине.
-Тағын ҡайҙа йөрөнөң төнө буйы? Тағын һуғышып йөрөнөңмө? Салбар балағыңды ҡайҙа шул тиклем айырҙың?
Яңы егет ҡорона инеп килгән малайға һөйләргә тура килде.
-Ней, әсәй башҡаса улайтмам. Бер ҡасанда! Малайҙар менән бәхәсләшеп Мәрйәм инәйҙәрҙең алмаһына төштөм. Рәшәткаһе бейек булғас йүгереп барып аша һикергәйнем, әллә ҡайҙан белгән ул Мәрйәм инәй, алмағас төбөндә көтөп торған. Килеп төшөү менән башҡа һуҡты таяғы менән. Шунан ҡомғаны менән арҡаға һуҡты. Мин ҡурҡып аҡырҙымда, аңламайым нисек кире аша һикерҙем. Салбар шунда сөйгә эләккәндер.
-Башың бармы һинең? Ояты ни тора?! Мәрйәм әбейҙең холҡон беләң, хәҙер участковыйҙы эйәртеп килеп етер! Ин, ғәфү итен!
Малайын борҡотоп әрләп Гөлбикә эшкә сығып китте.
Участковый һүҙен ишеткәс ҡурҡып та, кисәге өсөн үкенеп тә малай аҙбар ҡыйығы эсенә инеп ятты.Ҡайҙа инде ғәфү итенеү, йә тағын туҡмап сығарыр күрше әбей, бигерәк тә уҫал бит.
Үҙен танымай әллә ен, әллә нимә тип уйлағанын Мәрйәм әбейҙең белмәгән малай кискә хәтлем шунда йәшенеп ятырға булды. Әргәлә йомортҡа һалырға ятҡан тауыҡ та ҡамасауламай тын ғына ята бирҙе.
-Бында ҡастыңмы?
Йомшаҡ бесәнгә кумелеп йоҡлап киткән малай терт итеп ҡалды.
-Кастым эйе!
Баҫҡысҡа баҫып ҡыйыҡ эсендәге тауыҡҡа ҡарап торған Гөлбикәнең ҡото алынды. Күҙен мөлдөрәтеп, башын ҡыйшайтып ултырған тауыҡ өндәште тип уйлап ергә осоп килеп төштө.
Артынан шыр бесән булып килеп төшкән улына вәт эләгә хәҙер.
Алыҫ үткәндә Гөлбикә, киләсәктә юрист һөнәрен үҙләштерәсәк, малайына яҡшы тәрбиә бирҙе.

(Тормошҡа ғашиҡ ҡыҙ)

https://vk.com/wall-184557435_21106?w=wall-184557435_21106

 

Автор:
Читайте нас: