+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
8 Февраль , 13:53

Серле бирсәткәләр

Элек, СССР ваҡытында, завод-фабрикаларҙан, колхоз-совхозданмы – кем ҡайҙа эшләй, шул ерҙән, нимә булһа ла урлап алып ҡайтырға тырышалар ине.

Дәүләт етерлек эш хаҡын түләмәгәс, халыҡ шул хәтлем урлашырға өйрәнде.
Машина йөрөтөүсе бер ағай: “Өйгә кәрәкмәгән нәмәне булһа ла урлап алып ҡайтам да, аҙаҡ сығарып ташлайым”, – тип һөйләп көлдөргәйне.
Мәрзиә исемле апай Ташкентта бәллүр заводында эшләй ине. Бәллүрҙе әҙер булмаҫ борон, спирт менән йыуалар икән! Мәрзиә апай ошо спирттың яртыһын өйгә алып ҡайта, ә урынына һыу ҡуша торған булған.
Ҡапҡала һаҡта торған ағайҙарға тотолмаҫ өсөн, кейеп эшләгән резина бирсәткәләренә спирт тултырып, аяҡ араһына бәйләп алып сығалар икән.
Бер ваҡыт Мәрзиә апай бирсәткәһенең аяҡ араһында икәнен онотоп, заводтан сыҡҡас та, яңы килеп туҡтаған троллейбусҡа йүгереп килеп, урындығына ултыра. Ултырыуы була, аяҡ төбөнә бәйләгән бирсәткә шартлай ҙа ҡуя. Троллейбустың эсе спирт еҫе менән тула. Ултырып барыусылар бер-береһенә ҡарашып, кемдән шулай еҫ килгәнен аңламайынса танауҙарын баҫалар икән. Мәрзиә апай, янған ере үлтереп әсетһә лә, һиҙеп ҡуймаһындар, тип, ҡайтып еткәнсе түҙә. Меҫкенкәй, аяҡ араһын яндырып, ай буйы эшкә бара алмай өйҙә ятты.

"ҺӘНӘК" журналынан.

Автор:
Читайте нас: