+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
29 Ғинуар , 17:15

БЕТЛЕ МЫЙЫҠ

-

Сәфәрғәли иптәшем һөйләй.
“Пермдә училищелә уҡығанда, интернатта Сергей исемле тәрбиәсе була торған ине. Уның мыйығының остары бөҙрәләнеп , өҫкә ҡарап тора. Интернатҡа килеп инеү менән мыйығын бармаҡ остары менән генә һыпырып ебәрергә ярата.
Шул мыйығы өсөн уны «Тарас Бульба»-тип йөрөтә инек.
Ул бигерәктә малайҙарға ҡаныға, фарман бирә. Тыңламаһалар, эләктереп алырға ла онотмай, йә булмаһа ҡолаҡтан тарта. Интернатҡа килеп инеү менән беҙ йоҡлаған карауатҡа һуҙылып төшөп ята.
Яҙ -көҙ көндәре булһа, берәй бәләкәйерәк малайға битенә ҡунған себенде ҡыуып ултырырға ҡуша.
Ә үҙе ярты сәғәт тирәһе хырылдап йоҡлап та ала.
Бер көндө күмәкләп һөйләштек тә, үс алырға булып, мыйығына ебәрергә бет табырға булдыҡ.
Ҡыҙҙар ятағына инеп, 1 һумға бет һатып алырға теләүебеҙҙе әйттек. Ҡыҙҙар бер-береһенең баштарын күпме генә ныҡлап тикшереп ҡараһалар ҙа, бет таба алманылар.
Шулай булһа ла таптыҡ ул бетте!
Иван исемл, бутылкалар йыйып йөрөй торған эскесе генә ағай килтереп бирҙе беҙгә.
Беттең ниндәйе генә! Ябай беткә лә оҡшамаған. Ул кеше башында түгел башҡа урында йәшәй икән. Ҡайҙа йәшәһә лә беҙгә ни барыбер!
Шул көндө кис менән Тарас Бульба интернанатҡа килеп инде.
Малайҙарға утын ташырға ҡушты ла, һәр ваҡыттағыса карауатҡа һуҙылып төшөп ятыуы булды, хырылдай ҙа башланы.
Беҙгә шул ғына кәрәк! Теге бетте шырпы ҡабынан алып, тегенең мыйығына ебәрҙек. Үҙебеҙ, ҡурҡыштан ҡалтыранһаҡ та, беткә теймәйбеҙ.
Бер сәғәт тирәһе йоҡлағас, Тарас Бульба тороп малайҙарға ниҙер өйрәтә башланы. Ә үҙе бармаҡ остары менән генә мыйығының остарын тартып-тартып ала.
Бер аҙҙан, түҙмәй ахры, өйөнә һыпыртты.
Ике көн интернатҡа килмәне.
Өсөнсө көн интернатҡа килеп ингәндә, ике бите лә тырналған, бөҙөрәләнеп торған мыйыҡтан елдәр иҫкән! Тик танауы аҫтында бер ҡасан да ҡояш нуры күрмәгән, ап-аҡ юл ғына һуҙылып ята ине.
Әлдә генә беҙгә бер һүҙ өндәшмәне. Хәйер интернатта төрлө яҡтан килгән 500 бала йәшәй. Кемдән генә күрһен инде!
Беҙ барыбер ҡурҡтыҡ. Тик ҡыҙҙар ғына ҡарауылсы ағайҙы күргән һайын пырхылдап көлөп ебәрергә онотмайҙар ине.
Шул хәлдән һуң күп эшләмәне. Уны училищенән ҡыуҙылар.
Күрәһең, малайҙарҙы ҡыйырһытыуы директорға ла еткергәндәрҙер. Бәлки бет тураһында ла ишеткәндер?! Кем белә?

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-182479017_6371%2Fc24deb81ededf22f2d

 

 

Автор:
Читайте нас: