Әнүәр ағай һәм Ғәтиәт ағай ҡатындары менән күрше ауылға ҡунаҡҡа барған. Өй хужалары был ағайҙар янына ҡунаҡ күрһәтергә тағы ла бер нисә парҙы саҡырған. Һыйланып, әҙерәк ашап-эсеп алғас, ҡунаҡтарҙың бейеүен йә йырлауын һорағандар. Тегеләр оялыңҡырап ҡалған. Ләкин әҙерәк ҡыҙмаса булып алған Ғәтиәт ағай аптырамаған.
– Мин ҡурайҙа ғына уйнайым шул, – тигән.
Ул, күрәһең, был ялан яҡтарында ҡурайҙы таба алмаҫтар әле, тип уйлағандыр. Тик хужалар тиҙ генә ҡурай табып килтергән. Ғәтиәт ағай ҡурайҙа уйнай белмәгәс, Әнүәр ағай менән хәйлә ҡорорға булғандар:
– Ҡурайҙы алып килеүҙәре булыр, һин өҫтөнә ҡоларһың, – тигән Ғәтиәт.
Хужалар «оҫта»ға ҡурай алып килеп тотторған. Теге ауыҙына килтереп терәүе булған, Әнүәр ағай иҫергән кеше булып, ҡурайҙың өҫтөнә ҡолап, уны һындырған. Шунан һуң был ағайға «Ҡурайсы» тип ҡушамат таҡҡандар.