+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
2 Декабрь 2022, 21:00

Юмор йомро таш түгел, юлда ятмай

-

Сәфинә Әхмәтова: Эскесе ирҙең Васька исемле бесәйе булған. Уныһы әсеп ултырған балға ҡолап төшкән. Ир бесәйҙе тарта һалып алып борғослап һыға башлаған. "Давай, Васька, давай еще одну капельку", - тип һамаҡлай, ти, етмәһә.

Марсель Хамматов: Элек Тупаҡ ауылында урыҫтар ҙа йәшәгән. Вася тигәндәре бигерәк ыздарауай булған. Өмәләп кәбән ҡойғанда, башта торған дүрт ир был ташлаған бесәнде көскә тағатып тапап өлгөрәләр икән. Береһе өҫтән ҡысҡыра, ти: "Вася, не заваливай!" Хәҙер ауылда шул һүҙҙәр һаман да лаҡап булып йөрөй.

Салауат Әминев: Дауыт ауылынан Хәдис ағай (хәҙер мәрхүм инде, йәндәре йәннәттә булһын!) әрменән ҡайтҡас, Ҡырҡты тауына ҡарап, атаһына: "Что за гора появилась?" - тип һораған.

Әлфирә Нуритдинова: Бер инәй иртә тороп, бесән күбәләргә китә. Етәүҙе күбәләй ҙә, ҡайтҡас, һигеҙ күбә эшләнем, тип хәбәр һала. Иртән барғас, ҡайҙа бер күбәң, тип һорайҙар бынан. Иң ҙур күбәгә күрһәтеп, бына, күбә эсендә күбә, күрмәйһегеҙме әллә, тип яуаплаған. Хәҙер беҙҙә ҙур күбәне күбә эсендә күбә, тиҙәр.

Салауат Әминев: Элек әсәйем мәрхүмә Мәғниттәге бер магазинға инһә, эшләпә кейгән, ирендәре буялған һатыусы мыҡырайып баҫып тора икән. Әсәйем нимәлер һораған бынан. Теге өндәшмәгәс, "Һаңғырау, дә?" тип ҡулынан тартҡан икән, теге ҡолаған да киткән. Тауышҡа килеп сыҡҡан ысын һатыусы: "Бабушка, поставь манекен на место!" - тип һуҡрана, ти. Икенсе магазинға инһә, тағы буяулы иренле, эшләпә кейгән берәү тора, ти. Әсәйем тегенең янына барып, ирендәрен бүлтәйтеп, "Пуууб!", тип еңенән тартҡан икән, тегенең күҙҙәре шарҙай булған. "Чего надо, апайка?" тип һорай, ти, етмәһә.

Әлиә Ихсанова: Беҙҙә элек бер малай (хәҙер ул апа мәрхүм инде) атаһы менән Мәғниткә барып ҡайтҡас, аптырап һөйләй, ти: "Урыҫтарҙың бәләкәй генә балалары ла русса һөйләшә белә икән дә!"

Марсель Хамматов: Ауылдағы бер әбей городтағы трамвайға ингәс, дарҡылдатҡансы һауаны боҙған да ҡуйған. "Че, бабушка воздух портишь?" - тигән берәү. "Почему портишь, я воздух пускаю", - тигән әбей.

Айһылыу Хәсәнова: Дүрт йәшлек сағында бәләкәй улымды Үтәгәнгә алып барҙым. Өләсәһе менән шул тиклем килештеләр. Эй сутылдаштылар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бер моҡсай күстәнәстәр, бүләктәр, уйынсыҡтар тейәп ҡайтты малайым. Ҡайтҡас, "Үтәгән өләсәй беҙгә нисек туған?" - тип һорай. "Ул минең әсәйем, мин һинең әсәң, шулай туған", - тип яуап бирҙем. "Бындағы өләсәй нисек туған?" - тип, һаман төбәшә. "Ул атаңдың әсәһе", - тим. Уйланып ултырҙы ла: "Ә атайым миңә нисек туған?" - тип һорамаһынмы.

Исмәғзәм Исмәғилев: Бер бала әсәһенән: "Әсәй, һинең үҙеңдең әсәң бар бит. Ниңә әсәң менән йәшәмәй, беҙҙең менән йәшәйһең?" - тип һорай, ти.
 
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите.
Юмор йомро таш түгел, юлда ятмай
Юмор йомро таш түгел, юлда ятмай
Автор:
Читайте нас: