+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
24 Июнь 2021, 21:00

ҠОЙРОҠ БОЛҒАУ

Юнир Салауатов

Күптәр гастролдә йөрөгән артистарҙы сәскәләр, бәлештәр менән ҡаршы алынған ҡәҙерле ҡунаҡ тип һанай. Ләкин ашаған белмәй, тураған белә тигән әйтем дә бар бит. Ауылдарҙа гастролдә йөрөү — артист халҡын бик ауыр меҫкенлеккә, түбәнселеккә төшөргән хәл. Быны ояттың ни икәнен белгән артист ҡына аңлай...
Фатирға урынлашҡас, йыш ҡына хужалар:
— Клуб директоры туғаныбыҙ булғанға ғына һеҙҙе фатирға алдыҡ. Ситтән килгән кешеләрҙе ҡабул итер өсөн беҙҙең йәшәү шарттарыбыҙ шәп түгел бит. Йорттарыбыҙҙы ғаилә ағзалары һанын иҫәпкә алып ҡына төҙөй алабыҙ. Үҙебеҙсә, ярлы-ябаға кимәлендә, осон-осҡа ялғап ҡына йәшәйбеҙ. Ниңә район үҙәгендәге ҡунаҡханала йәшәмәйһегеҙ? — ти.
Быға:
— Ҡунаҡханала йәшәр өсөн дәүләт аҡса бирә, тик администраторҙар, аҡса экономиялап, ауылдарҙа йәшәтеп йөҙәтә. Янда ҡалған аҡсаны улар үҙҙәренә премия итеп яҙа, — тип дөрөҫөн әйтеп, түрәләребеҙ алдында яманатлы булып, ситләтелгебеҙ килмәй. Һәм беҙ: "Артистарға халыҡ менән бергә булырға, яҡындан аралашырға, уларҙың сәнғәткә талабын, тәнҡитен тыңларға һәм сәнғәтебеҙҙе халыҡсан итергә ҡушалар. Шуға ла беҙҙең концерттарҙа халыҡ йырҙары, бейеүҙәре һәм етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләгән монологтар бик күп", — тип баштарын бутап, һалпы яҡтарына һалам ҡыҫтырып, урыҫтар әйткәнсә, ҡолаҡтарына “туҡмас” элеп ҡуябыҙ.
Ауыл клубы директоры ла артист өсөн фатир эҙләп йөрөргә тейеш түгел. Тик улар, законды белмәү сәбәпле, өйөнә унлаған артисты алып ҡайтып ашатып, эсереп, мунса индереп сығара. Улай итмәҫ ине, ауыл ерендә клуб тирәһендә лә эш табыуы бик ауыр. Ул да артистарға ялағайланырға мәжбүр. Клуб директорында ҡунаҡ булғас: "Йортоғоҙ матур, һәйбәт эшләйһең, белемлеһең, интеллектуаль кимәлең юғары, сибәрһең (ҡатын кеше булһа), райондың мәҙәниәт бүлегенә һеҙҙең хаҡта маҡтап әйтербеҙ", — тип "һөйәк" ырғытабыҙ. Ул, беҙҙән маҡталғас, ауыҙы ҡолағына еткәнсе йылмайып тороп ҡала.
Бына шулай итеп, ҡойроҡто төрлө яҡҡа болғап, гастролдә йөрөйбөҙ.
Юнир САЛАУАТОВ
Читайте нас: