-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
11 Апрель 2021, 19:00

Иң ҙур бүләк

—Туҡтағыҙ әле, башта ҡатынды бер әп итәйем, шунһыҙ һүҙ башлау гонаһ булыр.

Мөхит бөгөн эштә ултырып сыҙаманы, төш мәлен еткерҙе лә, елдереп сығып та китте. Эш урманға ҡасмаҫ, тигәндәй. Ә бына иң ҡәҙерле кешеһенең иҫтәлекле көнө йылына бер генә. Шуға ҡатынының тыуған көнөнә бүләктең иң ҡиммәтлеһен, иң-иңен һайлау ине уйында. Бәһлеүәндәй өс ул табып, уларға яҡшы әсә лә бит Әсмәһе. Мөхиткә бер ҙә ҡаршы килмәҫ, уның күҙҙәренә генә ҡарап, ярты һүҙенән аңлай ул. Мөхит үҙе лә ундай-бындайҙарҙан түгел, ышту һин, бигерәк төплө: бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй, ныҡлы уйлап, үлсәп кенә эш итә белә. Әгәр хаҡһыҙ икәнлеген һиҙеп ҡалһа, ғәфү үтенә. Шуғалыр ҙа туғандары, яҡындары уларҙың ғаиләһен өлгө күрә. Бөгөн, бөтә туған-тыумаса йыйылған ваҡытта Мөхит һыр бирмәҫкә тейеш.
Әсмәһенә бүләккә һуш китерлек алтын сылбыр алды. Ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан йыйылған гөлләмәне лә ентекләп һайланы. Ҡунаҡтарҙан алдараҡ ҡайтып, ҡәҙерлеһен аулаҡта ҡотларға иҫәп тотҡайны ла, килеп сыҡманы. Тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәл артында нурлы йөҙҙәрен балҡытып ҡунаҡтар күптән байрам итә ине инде.
—Штрафной, хужаға, ҡотлау һүҙен әйтмәйенсә, ултыртмайбыҙ!—тип Мөхитте сәләмләне тамада урынына йүгергеләгән ҡайнағаһы.
—Туҡтағыҙ әле, башта ҡатынды бер әп итәйем, шунһыҙ һүҙ башлау гонаһ булыр, —Мөхит бар ҡыйыулығын йыйып, бөтәһе алдында Әсмәһенә сәскә гөлләмәһен тотторҙо, сикәһенән ҡыйыуһыҙ ғына үбеп алды. — Нимәләр генә тип әйтһәм дә, ҡатындарҙың беҙгә, ирҙәргә биргән бәхете алдында әҙ булыр. Улар бит беҙҙе атай итә, кем әйтмешләй, атҡа мендергәндәй итә. Аллаға шөкөр, өс улыбыҙ бар. Яҙғаны, ҡәҙерлемдең һаулығы булһа, ҡыҙ ҙа табыр Әсмәм. Иң мөһиме — татыу булайыҡ, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәйек.
Был һүҙҙәрҙән һуң, табын артындағы бисә-сәсә, йәштәрен һөртөп алды. Бүләктең ниндәйен күргәс, берсә көнләшеп, берсә һоҡланып бер-береһенә ҡараштылар. Ә ирҙәр, ғәҙәттәгесә:
— Ай-һай, Мөхит, һин һәр ваҡыт атта инде, маладис. Үәт, әйттең, брат, шәп-шәп, — тип, һәр береһе хужаның янына килеп ҡулын ҡыҫты, арҡаһын ҡаҡҡыланы.
Шулай гөрләшеп кенә ултырғанда, ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Килә торғандар тағы кем икән, тип Әсмә йүгереп барып асты. Хәрби кейемдәге таныш булмаған кешеләрҙе күреп, аптырап ҡалды.
—Хәйев Мөхит бында йәшәйме?
Үҙенең исемен ишетеп, Мөхит ҡунаҡтарҙан айырылып, был яҡҡа сыҡты.
—Мин Мөхит. Ә ней булды?
—Кисә һеҙҙең ҡатынығыҙ Әлиә Мансурова бала табыу йортонда балаһын ҡалдырып ҡасҡан, сабыйҙы һеҙ алырға йәки унан баш тартырға тейешһегеҙ.
— Аһ-аһ… Минең ҡатыным бына, ул Әсмә. Һеҙ атаған исемде беренсегә ишетәм.
Хәрби мыҫҡыллы йылмайҙы.
— Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, әлбиттә. Шулай ҙа хәлдәрҙе асыҡлау өсөн беҙҙең менән барырға тура килер, — тип артыҡ аңлатып тормайынса, Мөхитте етәкләп алды.
— Нисек инде? Ә минең тыуған көн? Ниндәй бала ул, Мөхит? Мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Мин дә барам! — тип Әсмә күҙ йәштәре менән ҡаршылаша башланы. — Иптәш, минең иремдең ундай-бындай берәй балаһы булыуы мөмкин түгел! Яңылышаһығыыыҙ! Беләһегеҙме ул ҡайҙа, кем булып эшләй? Хәҙер шылтыратһаммы… Их… Тыңлағыҙ әле мине, зинһар. Юҡ, Мөхитте өйҙә ҡалдырып, мине алып китегеҙ, барыһын да һөйләп бирәм. Ҡәҙерлем, мин һине яратам!!! Күптән әйтергә теләгәйнем, уңайы сыҡмай ҙа ҡуя бит һуң! Уф, аллаҡайым, Мөхит, балалар…— тип Әсмә өҙөлөп-өҙөлөп бөтөрөндө. Иренең муйынынан ҡосаҡлап, ҡулы эләккән еренән тартыша торғас, күлдәк еңен йыртып ебәрҙе. — Ниндәй бала ул, Мөхит? Һин тип кенә ултырыуыма рәхмәтең ошомо? Һинең бер ниндәй ҙә алтындарың кәрәк түгел. Бары дөрөҫөн әйт. Бына ошо ерҙә, бөтә кеше алдында әйт әле, минең тыуған көнөмә ошомо бүләгең? Мин ҡартая, бүтән бала таба алмаҫ, тип йәштәргә ҡарай башланыңмы? Мин бит һине беләм, нишләп күҙле бүкән булып ҡаттың? Әйтсе берәй нәмә! Мөхит, һуң… — тип, ғүмерҙә ҡыланмағаны, йоҙроҡтарын төйөп, һуғышырға ла ынтыла башланы. Быға аптырап ҡарап торған Мөхит тынысландырырға тырышып:
— Мин күрмәгәндә артығын эсеп ебәргәнһең инде әллә, бисәкәй? Бигерәк көслөһөң дә ул! Ундай яҡлаусым булғанда, миңә ҡурҡыныс түгел. Берәй яңылышлыҡ килеп сыҡҡандыр. Бында һинең ғәйебең юҡ. Асыҡлайым да, ҡайтам мин хәҙер. Ҡунаҡтарға бар, — тип, хәрбиҙәр менән сығып китте.
Кеше алдында тыныс булырға тырышһа ла, Мөхит эстән үҙен енәйәтсе итеп тоя башланы. Етмәһә, туған-тыумаса йыйылған ваҡыт бит әле. Уларҙан да ауырырағы — ҡәҙерле балаҡайҙары, һөйөклө ҡатыны алдында рисауат булды ла ҡуйҙы бит. Улдарына ниндәй өлгө күрһәтә?
х х х
Бер аҙна, ун көн элек Мөхит эштән ҡайтышлай юл ситендә бөгөлөп-һығылып ыҙаланған бер ҡатынды шәйләп туҡтағайны. Баҡһаң, ҡатын ауырлы икән. Улай ғына ла түгел, толғағы башланған. Йәһәт кенә уны ултыртып, бала табыу йортона елдерҙе Мөхит. Дауаханаға етешләй, баяғы ҡатын:
— Имен-һау ҡотолһам, рәхмәттәремде еткерермен, берәй ҡағыҙға исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы яҙып бирегеҙ, ағай, — тине ыңғырашып. Уны-быны уйламай, Мөхит яҙҙы. Һуңынан йәш әсә сабыйынан баш тартып, баланың атаһы ошо кеше тип, теге ҡағыҙҙы ҡалдырып киткән. Был хәл анализдар алынып, баланың атаһы Мөхит түгеллеге билдәле булғас ҡына асыҡланды.
— Үәт, ҡатын! Ниндәй хәлдә хәйләһе лә үҙе менән булған, ә?! Борсолоп ҡалған Әсмәмде, балаларҙы ҡайтып бер көлдөрәйем, шатландырайым, —тип, йылмайған ирҙең һүҙҙәрен табип бүлдерҙе:
— Балаларым тиһегеҙме? Анализдарығыҙ күрһәтеүе буйынса, һеҙ бер ваҡытта ла атай була торған түгел. Бала саҡта свинка…
Мөхит туҡтап ҡалды. Табиптың аңлатыуҙарын ишетмәне. Гүйә башына тимер менән һуҡтылармы ни, саҡ йығылып китмәне.
— Нисек инде?
— Бына шулай. Ышанмаһағыҙ, яңынан тикшерелегеҙ… Һеҙҙең карточкала булырға тейеш, үҙегеҙҙең участка поликлиникаһына барығыҙ, аңлатырҙар…
Мөхиттең тын юлы ҡапыл ҡапланды. Ул йүгереп тышҡа сыҡты. Күҙ алдынан бар ғүмере бер секунд арауығында ғына елеп үткәндәй булды. Үҙе атлай, әммә ерҙе һиҙмәй. Күҙҙәре алыҫҡа төбәлеп, нимәнелер күрергә тырышҡандай, сылт-сылт йомолоп-йомолоп ала. Ауыр-ауыр тын алғандан һуң, аҙымдарын әкренәйтте. Бер аҙ тынысланғас, паркта эскәмйәгә килеп ултырҙы. Ҡом өйөмөндә сыр-сыу уйнаған балалар күҙенә салынды. Уларға ҡарап, Мөхит уйы менән үҙенең улдарын барларға кереште.
Тәүге улы Айтуғаны алты айлыҡ булып донъяға килгәйне. Уның нисә айлығы мөһим түгел, ә тыуыуы бит! Ҡуйы ҡара ҡашлы, ҡалын иренле, киң яурынлы баһадир малай. …Хәс тә күршеләге Хәлит төҫлө… Һөйләшеүе, атлап китеүҙәре лә шул… Иғтибар итмәй ҙә булмай, күрше лә, малай ҙа гел генә күҙ алдында булғас… Күршеһе бер ваҡыт әллә шаяртып, әллә ысынлап:
—Ҡатының ауырлы сағында миңә ҡарап һоҡланып йөрөгән, шәй. Малай үҙемә тартым, — тине. Мөхит:
—Минең атайымдың ҡартатаһына оҡшаған ул, бар туғандар шулай ти, ҡайһы осо менән минең малай һиңә оҡшаһын, иҫәүән, —тигән яуап тапты.
Уртансы Байтуғаны ике йылдан тыуҙы. Уныһы ҡаҡса буйлы, шаян һүҙле, хатта ерән сәсле булып үҫеп килә. Уныһын да уйламаҫ ерҙән күҙгә сүп булып төшә, Әсмәнең ауылдашы, балалыҡ мөхәббәте Әптерәй һамаҡ инде хәс тә… Йылмайһа, шул Әптерәйҙеке кеүек һул сикәһендә соҡоро ла бар… Мөхит ул егетте бик үк өнәмәһә лә, Әсмә һүҙ тейҙермәгән була. Тегеһе лә самай бер мәлдәрҙә ҡалаға йыш килгеләне, Мөхиткә шылтыратып, эштәһеңме, брат, ярай, улайһа, күреп ҡайтырмын тигәйнем дә, тип баш бутап йөрөгәйне…
Айнуры һуң, төпсөгө, Айтуған ағаһына оҡшаған. Һуйған да ҡаплаған шул! Баяғы Хәлит күршеһе Айнур тыуғас, йыш кергеләй. Сәбәп табып, гел сабыйҙы күтәргән була, балаҡайым, тип ярата бит әле. Мөхит ней: «Минең күрше бигерәк бала йәнле, ярай, яратһын. Бәлки үҙенә йоғоп, малайы тыуыр, әтүһә, ҡатыны гел ҡыҙҙар таба,» — тип аҡлап ҡуйғайны бит әле уның сәйер ҡылығын...
Әсмәһе һуң? Фәрештә йәнле ҡатын… Мөхит уның алдына ла артына ла сығып, усында ғына өфләп йөрөткән була. Иренең көндәр буйы эштә сағын ауыр күтәрҙеме икән ней, бахырҡай. Улай тиһәң… Баяғыла ирен алып сығып барғандарында, күптән әйтергә теләгәйнем, тип нимәлер мыңғырлай ине лә баһаң! Яратам, тигән булды үҙе. Ғәйебен дә таный тимәк, бисара, бисура…
Мөхит онотолоп ошоларҙы уйлап-уйлап ултырҙы ла, ҡапыл һикереп тороп, кире дауаханаға йүгерҙе. Бер-ике сәғәт үттеме-юҡмы, ҡулына ҡурсаҡ кеүек итеп бала күтәреп, бәхетле йылмайып килеп сыҡты.
— Әйҙә, ҡыҙым, өйгә ҡайтабыҙ. Унда беҙҙе ағайҙарың, әсәйең көтә. Фәрештә йәнле ул минең ҡатын. Бигерәк балалар ярата. Ә һине күргәс тә иҫе китер әле! Бөтә донъяһын онотоп ярата башлаясаҡ һине, күрерһең әле. Әгәр булдыра алмаһа - уҡытырмын әле мин уны! Үәт, балаҡайым, хоҙай үҙе ебәргән һине беҙгә. Тап әсәйеңдең тыуған көнөнә. Ошонан да ҙурыраҡ, ҡиммәтлерәк бүләктең булыуы мөмкинме һуң? Йә-йә, ҡайһылай йылмайып йоҡлай бит ул, бәләкәс, хәс тә Әсмә кеүек. Танауы үҙемдеке, күҙҙәре Айтуған менән Айнур ағайҙарыңдыҡы… — тип сабый менән һөйләшә-һөйләшә ҡайтыу яғына ыңғайланы бәхетле атай.
Рәзилә Ырыҫҡужина
Читайте нас: