Миләүшә һәр саҡ актриса булырға хыяллана. Һәм мәктәпте тамамлар алдынан уларҙың ауылына Өфө сәнғәт институтының театр бүлегенә абитуриенттар һайлап алырға тип махсус комиссия килә. Миләүшә лә улар алдында сығыш яһай. Уға шундай этюд уйнап күрһәтергә ҡушалар: егетең менән осрашыуға тип килгәнһең икән, ти. Әммә уны башҡа ҡыҙ менән күрәһең. Бындай осраҡта нимә эшләйәсәкһең? Миләүшә ултырған урынынан һикереп тороп, был этюдты уйнап уҡ күрһәтте миңә. “Сәхнәгә килеп сыҡтым да, теге икәүҙе күргәс, “ах, ҡәбәхәт!” тип ҡысҡырып, туфлийымды сисеп, залға ырғыттым. Ә унда комиссия ағзалары ултыра ине. Ауыҙҙарын асып, аптырап ҡалды тегеләр”, – тине ул. Залда ултырыусылар был саҡта нимә кисергәндер, әммә уға имтихандарға килергә ҡушып ҡайтып китәләр. Бара Миләүшә, тик конкурстан үтмәй. Буй-һыны, төҫ-ҡиәфәте тап килмәй тиепме икән, актерлыҡҡа алмайҙар. “Аңлайым, уларға билдәле бер типаждар кәрәк ине, әммә минән яҡшы ғына комедия артисы сығыр ине тип уйлайымсы”, – тине ул. Шунан барыбер ошо өлкәлә эшләргә ниәтләгән ҡыҙ Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Әммә ике йыл белем алғандан һуң, үлеп ғашиҡ булып, тормошҡа сыға һәм уҡыу йортон ташлап ҡуя.
Миләүшәнең нисек блогер булып китеүе хаҡында ҡыҙыҡһынам. Ә ул иһә һис тә аптырамай ғына: “Беләһегеҙме, үҙемде блогер тип иҫәпләмәйем, инстаграмдың нескәлектәрен дә белеп бөтмәйем. Минең ихтыярымдан тыш үҙенән-үҙе килеп сыҡты ул”, – ти. Баҡһаң, башта йор һүҙле киң күңелле Миләүшә ватсапта үҙенең туғандары өсөн көн дә нимәләр менән мәшғүл булыуы хаҡында видеолар төшөрөп һалыр булған. Һуңынан бер туған ҡустыһы Рәмил уны инстаграмда ла сәхифә асырға дәртләндергән. Һәм ул фәҡәт туғандары өсөн генә бик шәхси видеолар төшөрөп һалып барған. Әммә бер мәлде үҙенән-үҙе яҙылыусыларының күбәйеүенә иғтибар итеп, аптырашта ҡалған.
Баҡһаң, “Серле 102” уның ҡайһы бер видеоларын үҙенең битләүенә алып ҡуйған икән. Шунан башланған да инде Миләүшәнең инста донъялағы билдәлелеге. Шуға ла “Серле 102”гә рәхмәтле ул. Унан күп нәмәләргә өйрәндем, ти.
“Туғандарым өсөн генә тип алып барған блогым тотош инстадонъяға таралыр тип уйлап та бирмәнем. Белһәм, исмаһам, итәғәтлерәк ҡыланыр инем. Минең “һаумыһығыҙ, иптәштәр – тауыҡ баштар” тип сәләмләүем туғандарым өсөн ғәҙәти хәл булһа, ете-ят кешелә әллә ниндәй тойғолар уятыуы бар. Эйе, бер мәлде хәтәр итеп тәнҡитләй ҙә, мине әҙәпһеҙлектә ғәйепләй ҙә башланылар. Мин ни, ундайға өйрәнмәгәс, башта аптырап ҡалдым. Әммә хәҙер бирешеп тормайым. Ҡыҫҡаһы, тәнҡитләүселәр ҙә, дәртләндереүселәр ҙә күп” , – ти ул.
Ә мин берәүгә лә үпкә һаҡламайым. Кемдәргәлер рәхмәт һүҙҙәре лә әйтәм. Тормошта күпме кеше бар – шунса фекер. Минең төп фәлсәфәм шул – был донъяла һәр кем үҙе булып йәшәргә, булмышынан тартынмаҫҡа тейеш. Эт өрөр, бүре йөрөр, тиҙәр бит. Мин дә, нисек кенә тәнҡитләһәләр ҙә, үҙем булып ҡалам инде. Сөнки тәбиғәтем менән шундаймын: яһалмалылыҡ та, алдашыу ҙа, кемгәлер оҡшарға тырышыу ҙа хас түгел. Йәнә үҙемде ифрат яратам һәм нисек бармын, шулай ҡабул итә беләм. Әйткәндәй, минең сәхнә йондоҙҙарын ҡабатлап төшөргән видеоларҙы ла күргәнегеҙ барҙыр. Эйе, төрлө сүрәттә сығам. Оялып тормайым. Тәбиғәт биргән буй-һынымдан тартынмайым. Бәлки, килешеп бөтмәгән урындары ла барҙыр. Әммә бәғзе бер кешеләрҙең фекерҙәре менән килешә алмайым. Әйтәйек, һомғол буйлы ҡыҙ кеше тәнен һығып торған кейемдә бейей икән – матур, тиҙәр. Ә бына минең ише фигураға эйә булғандар шундай уҡ кейемдә сығыш яһаһа – йәмһеҙ, тиҙәр. Хатта тотош милләтте оятҡа ҡалдыраһың, тип тә яҙалар. Ә ни өсөн шулай һуң? Һомғол кешегә халыҡ алдына ниндәй сүрәттә сығып баҫһа ла ярай, минең кеүектәргә ярамай килеп сығамы ни?! Бер уйлаһаң, ахмаҡлыҡ та инде. Шундай сикләүҙәрҙән ҡотолорға кәрәктер тип уйлайым мин, – ти Миләүшә.