+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
1 Апрель 2021, 10:00

"Мәскәүҙә лә итек булмағас, нисек йәшәргә инде?"

Юнир САЛАУАТОВ: - Кәтүк ағай Мәскәү ауылы магазинынан итектәр килгәнен ишетеп ҡалғандыр ҙа, шуға миңә алып ҡайтырға ҡушалыр, тип уйланым. Ләкин...

Алты тапҡыр донъя чемпионы, мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадыров Башҡорт дәүләт филармонияһында концерттар ойоштороусы булды. Ҡатыны Нәзифә Ҡадырова эшләгән коллективта мин дә бар инем. Ғабдрахман беҙҙең бригаданың гастролдәрен өс йыл рәттән Мәскәү ҡалаһында ойошторҙо. Баш ҡалаға барыуыбыҙ инде бөтә әртистәргә лә ғәҙәти хәл булып китте.
Белеүебеҙсә, Дүртөйлө районында Мәскәү ауылы бар. Бер саҡ Ғабдрахман шунда беҙҙең концертты ойошторҙо. Кәтүк ағайҙы осраттым.
— Ни хәлдә йәшәп ятыу, энем? — ти был.
— Былай бер көйө, — тим.
—Гастролдәргә ҡайҙа бараһығыҙ?
— Мәскәүгә барып ҡайтабыҙ.
— Улай булғас, һин филармони­янан китмәй тор. Мин хәҙер киләм, — тине лә Кәтүк ағай шәп-шәп атлап китеп барҙы.
Ярты сәғәт тирәһе ваҡыт үткәс, ул кире әйләнеп килде лә:
— Бына, һиңә 500 һум аҡса. Мәскәүҙән ике ҡыҙыма, ҡатыныма итек алып ҡайт, — тине. Эйе, ул саҡта ҡатын-ҡыҙҙар итеге иң дефицит тауар ине. Мәскәү ауылында нефтселәр ҙә, газовиктар ҙа йәшәй торғайны. Уларға иғтибар ҙур. Тауар менән тәьмин итеү ярайһы кимәлдә ойошторолғайны. Кәтүк ағай, Мәскәү ауылы магазинынан итектәр килгәнен ишетеп ҡалғандыр ҙа, шуға миңә алып ҡайтырға ҡушалыр, тип уйланым. Ләкин... Мәскәү ауылына барҙыҡ магазинға индем — бер итек тә юҡ.
Бер аҙнанан һуң филармонияла Кәтүк ағайҙы осраттым.
— Ағай, Мәскәүгә барып ҡайттыҡ. Унда бер итек тә юҡ, — тип аҡсаһын кире бирҙем.
— Мәскәүҙә лә итек булмағас, нисек йәшәргә инде? — тип ағайыбыҙ китеп барҙы.
Читайте нас: