+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
10 Март 2021, 20:00

Үткән быуат баштары. Өфө ҡалаһы урамы буйлап, ҡысҡыра-ҡысҡыра, бер гәзит һатыусы малай йүгерә икән:

– Сенсация! Сенсация! Бик ҡыҙыҡлы хәбәр!

Алтмыш кешене төп башына ултыртҡандар!
– Ҡана-ҡана, малай, гәзитең күпме тора? – ти бер ир.
– 10 һум, ағай! Алығыҙ!
– Мә, тот! Килтер гәзитеңде.
Малай йүгерә-йүгерә юлын дауам итә:
– Сенсация! Сенсация! Уҡырға ашығығыҙ! Алтмыш бер кешене төп башына ултыртҡандар!
Читайте нас: