+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
3 Март 2021, 23:30

Кем нимәгә әүәҫ?

Сәлимәнең Маратҡа кейәүгә сығыуына ла 5 йыл булып киткән. Хәҙер бәхетле тормош көтөп яталар. Уларҙың ике балаһы бар. Ҙурына өс йәш булһа, бәләкәсенә бер нисә ай ғына. Марат, ауылда эш булмағанға, Себерҙә эшләй. Бер ай ҡырҙа булһа, икенсе айында өйҙә. Өйө барҙың көйө бар, тигәндәй, улар донъя көтәбеҙ тип тырышып яталар. Мараты өйҙә булмағанда донъя көтөү Сәлимәнең иңенә төшә. Мал ҡарап бөтөп өйөнә инһә, балалары илап ултыра. Уларҙы ашатып, йыуындырып, кейемдәрен йыуырға өлгөрһә өлгөрә, өлгөрмәһә юҡ – төш ваҡыты ла еткән. Тағы малға сығырға кәрәк.Сәлимәләргә урам аша ғына ҡайныһы йәшәй.

Былтыр ғына пенсияға сыҡты. Ул балыҡҡа йөрөргә, һунар итергә әүәҫ. Таң атыу менән ҡармағын йә мылтығын алала, көнө буйы китеп юғала. Миңә пенсиә лә етә, тип малын бөтөрҙө. Хәҙер бар булмышы һыу буйында йә ялан-урманда. Өшөп, арып ҡайта ла, юрғанына уранып, диванда телевизор ҡарау – бар эше.
Һөт-ҡаймағын алып инеп тора килене, рәхмәт төшкөрө.
Тырыша торғас, Сәлимәләр ҡаланан квартира һатып алдылар.
– Киленем мал ҡарарға әүәҫ ине, хәҙер малһыҙ ни эшләр инде? – тине киленен йәлләп ҡайныһы.

Сәлих Ваһапов
Читайте нас: