-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
20 Февраль 2021, 22:00

Вәт, ҡыҙыҡ!

Һеҙҙә лә шулай "ихлас" һөйләүселәр бармы?

Бер саҡ һунарсы күршеһенә маҡтанған:

Мин кисә урманда бер ҡыуаҡ аҫтында йөҙ ҡуян күрҙем!

Булыуы мөмкин түгел! – тип аптыраған күршеһе. – Йөҙ ҡуян имеш!

Йөҙ үк түгелдер ҙә, ә бына иллеләп булғандыр.

Оял исмаһам! Буш хәбәр – бер ҡыуаҡ аҫтында илле ҡуян, имеш.

Ярай, илле лә түгел ти, ә бына унау бар ине. Әпәкәй өҫтө, ып-ысын.

Ун ҡуян бер ҡыуаҡ аҫтында нимәһен ҡарап ултырһын? Урманда уларға урын бөткәнме?

Һин нимә… - тип бәхәсләшергә уйлай ҙа һунарсы, ахырҙа: - бәлки, ун да түгелдер. Ул оҙонғолаҡтарҙы кем һанап бөтһөн. Ә бына бишәү икәнлегенә шигем юҡ!

Бишәү ҙә булмаған унда! – ти күршеһе көлөмһөрәп.

Нисек булмаһын?! – һунарсы үсегеп. – Берәүһен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.

Барыһын да уйлап сығарғанһың! Берәү ҙә булмаған унда.

Тимәк, ышанмайһың? – тигән һунарсы ҡайғырып. – Ә мин бит ысынлап та ҡыуаҡ аҫтында ниҙер шытырлағанын үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем.
Читайте нас: