+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
9 Февраль 2021, 21:00

АУЫЛЫМ МӘҘӘКТӘРЕ

Вәли армиянан ҡайтты. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итте ул. Ата-әсәһе уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Һағындырғайны ике йыл күрешмәгән малайҙары.– О-о, батя, здорово! Я очень соскучился, – тигәс улдары, Ғәли ағай артҡа йығылып китә яҙҙы. Бөтөнләй урыҫ булып ҡайтҡан даһа. Тик ҡатыны ғына улының урыҫса хәбәр теҙеүенә иғтибар итмәй, ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөргә лә онотоп, арҡаһынан һөйөүен белде.Бер көн үтеп тә китте. Ә улдары үҙ телен әйтерһең дә бөтөнләй онотҡан, башҡортса ләм-мим. Етмәһә, ғәфү үтенеп маташа: “Папа, ты извини меня, я все забыл по-башкирски. Все парни были русские, ни одного башкира”, – тигән була. Миңә нисауа ла ул, урыҫса әҙ-мәҙ һупалаған әсәһенә ҡыйын була инде, тип уфтанып алды Ғәли ағай.Вәлиҙе иптәштәре саҡырып алды. Йәштәр менән дә русса ғына шыттырҙы. Был, әлбиттә, бергә уйнап үҫкән ауыл егеттәренә оҡшаманы. Ике егет ҡулынан тотоп алып, әйҙә

Вәлиҙе ҡытыҡларға тотондо.
– А мы в гармонь играем, – тине улар. Вәли тыпырсынып ҡараны, ныҡ тотҡандар, ебәрергә уйламайҙар ҙа, һынды ҡатыралар ғына. Ахыры Вәли түҙмәне:
– Ебәрегеҙ, үләм бит, ҡытыҡ килә, – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме.
Егеттәр шарҡылдап көлөшөргә тотондо.
– Тағы ла гармун уйнайбыҙмы?
– Иҫкә төштө, төштө, – тине Вәли уңайһыҙланып.
Бер аҙҙан башҡортса һөйләшә-һөйләшә Вәли өйгә ҡайтып инде.
Таңһылыу ҒҮМӘРОВА.
Учалы районы,
Рәсүл ауылы.
Читайте нас: