+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
23 Ноябрь 2020, 14:22

ҒИБРӘТ ҒАЛИМ

ҒАЛИМЙӘН

Һинд әкиәте
Борон заман Һинд ярымутрауында бер нисә дәүләт булған. Ҡошала тигән дәүләттең батшаһы шағирҙарҙы һәм ғалимдарҙы бик хөрмәт иткән, ти. Уларҙы үҙ янында ғына тотҡан. Бер ҙур ғалим вафат булғас, уның урынын, ниндәйҙер байҙың тәҡдиме буйынса, Ғалимйән исемле әҙәм биләгән икән. Әммә исеме есеменә тап килмәгән, ти, уның, йәғни башы әллә ни шәп эшләмәгән тегенең.
– Олуғ Падишаһыбыҙ! Ундай әҙәмде үҙ яның да тотоп, абруйыңды төшөрмә! – тип кәңәш биргәндәр аҡыллы ярандары.
Батша, һынап ҡарамаҡсы булып, Ғалимйәнде саҡыртҡан.
– Ташбаҡаларҙан ни файҙа? – тип һораған ул.
– Ташбаҡа йөнөнән кәшмир шәл бәйләйҙәр, – тип яуаплаған теге.
– Күл янып китһә, балыҡтар нисек ҡотола? – тип һораған батша, көлөүенән көскә тыйылып.
– Ағас башына менәләр! –тигән ғалим күҙ ҙә йоммай.
– Ә нисек менәләр һуң улар?
– Нисек булһын, һыйырҙар менгән кеүек!..
Батша, эсе ҡатҡансы көлгән дә:
– Был әҙәмде һарайҙан ҡыумағыҙ, үҙ урынында ҡалһын! – тигән, ти, ярандарына. – Бынан һуң беҙ уны “Ғибрәт ғалим” тип йөрө төрбөҙ...
Читайте нас: