+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
28 Сентябрь 2020, 20:00

СУДҠА БИРӘМ!

– Бел, уҡы – кем тыя һине!

Уймаҡ хикәйә.
Туҡталышта ауылсараҡ кейенгән бер ҡатын ҡала ҡыҙынан республика дауаханаһына юлды төпсөндө. Башҡортса һораны, тегеһе әллә ҡыйынһынды, әллә аңламамышҡа һалышты – танауын ғына сирҙы. – Мин һеҙгә ит-һөт ебәреп ятам ауылдан, ферма батҡағын тапап, ауырыуға һабышып, ә һеҙ бальнисҡа юл өйрәтергә лә йыбанаһығыҙ. Тфү, дармайыд!– ҡатындың йәне үртәлде, күҙҙәренән осҡон сәселде. – Мин башкирса плохо знаю, – тигән булды ҡыҙ, аҙауҙан ағарынып. – Бел, уҡы – кем тыя һине! Давай, өйрәт юлды, өйрәтмәһәң, судҡа бирәм мин һине. Туҡталыштағыларҙан кемдер көлдө, кемдер йәмерәйҙе. Мин иһә апаҡайға ярҙамлашырға уҡталған ерҙән туҡталып ҡалдым, сөнки ҡала ҡыҙы башҡортсаны вата-емерә, башы-ҡулы менән ымлап, ныҡыш һауынсыға юлды төшөндөрә ине.
Сабир ШӘРИПОВ.
Читайте нас: