+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
18 Июль 2020, 00:40

ХЫЯЛ

ХЫЯЛ

Биш йәштә: «Их, магазиндағы бөтә кәнфиттәрҙе ләтәмләп ҡараһаң ине!» Ун йәштә: «Мәктәпкә йөрөмәйенсә, өйҙә компьютерҙауйнап ултыраһы ине!» Егерме йәштә: «Бөтә ҡыҙҙар ҙа миңә ғашиҡ булһын ине!» Утыҙ йәштә: «Донъялағы бөтә аҡсаға ла хужа булһаңине!» Ҡырҡ йәштә: «Етәксе постарҙың барыһында ла минултырһам ине!» Илле йәштә: «Пенсиям һәйбәт сыҡһа ине!» Алтмыш йәштә: «Донъяһы түңкәрелмәйме шунда, хыялымдың береһе лә тормошҡа ашманы!» Етмеш йәштә: «Ейән-ейәнсәрҙәрем килһә икән!» Һикһән йәштә: «Киләһе тыуған көнгә ҡәҙәр аяҡ һуҙмаһам ярар ине!» Р. ДАЯНОВ
Читайте нас: