+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
5 Июль 2020, 16:24

Яңы ролдә

Ирҙе ир иткән дә ҡатын, ер иткән дә ҡатын, тиҙәрме әле. Ғәптелмөлөгөмдө бөгөн тулған ай шикелле балҡып ҡаршы алдым. Эйе, ысынлап та шулай, сөнки ярты төн уртаһында ул гөп итеп ишеккә килеп бәрелде. Лаяҡыл, яңы тыуған быҙау шикелле аяҡтаврында көскә баҫып тора, мәлғүн.

– Кеше бисәләре бисә кеүек, ирҙәренең эргәһендә күбәләктәй өйөрөләләр, – тине бер көн Ғәптелмөлөгөм, үпкәләп, – һин дә, Ғәйшәкәйем, яғымлыраҡ, наҙлыраҡ булыр инең, бигерәк таш бәғерлеһең.
Ирҙе ир иткән дә ҡатын, ер иткән дә ҡатын, тиҙәрме әле. Ғәптелмөлөгөмдө бөгөн тулған ай шикелле балҡып ҡаршы алдым. Эйе, ысынлап та шулай, сөнки ярты төн уртаһында ул гөп итеп ишеккә килеп бәрелде. Лаяҡыл, яңы тыуған быҙау шикелле аяҡтаврында көскә баҫып тора, мәлғүн.
– Ҡайтып та килдеңме ни, Мөлөккәйем-йөрәккәйем! Ботинка бауҙарыңды сисеп бирәйем үҙем. Ауып китә күрмә, һуғылып әрәм булырһың, йә башыңды ярырһың, йә аяҡ-ҡулыңды имгәтерһең. Таян үҙемә. Таян, йөрәккәйем! Эй, алтынымды. Эй, аҡыллымды!
Уның ҙур кәүҙәһен ҡаҡса ғына иңбашыма һалып, ишек төбөнән йоҡо бүлмәһенә һөйрәнем, көскә диванға алып барып ауҙарҙым үҙен.
– Асыҡтыңмы, йөрәккәйем, әйҙә, ҡапҡылап ал тәүҙә. Өй һалмаһын һалып, һин яратҡан итле аш бешереп ҡуйған инем,эй, тәмле. Телеңде йоторлоҡ, – тинем, – ҡалын көр тауышымды нескәләндереп. Юҡҡа ғына Ғәйшә апайығыҙ мәҙәниәт һарайының драма түңәрәгенә йөрөмәгән бит, әй, ролгә индем дә киттем.
– Арыныңмы, йөрәккәйем? Ял итеп ал, Мөлөккәйем. Юрғандың да, мендәрҙең дә тыштарын әле генә алыштырҙым, сәскә еҫтәре аңҡып тора. Йомшаҡ юрған да ябып ҡуям өҫтөңә. Йоҡла, ҡәҙерлем, йоҡла...
Бындай яғымлы һүҙҙәрҙе үҙ ғүмерендә ишетмәгән Ғәптелмөлөгөм өнһөҙ ҡалды, утын түмәре шикелле ҡыбырҙамай- нитмәй байтаҡ ҡына ултырҙы ла йылы түшәккә ауыу менән хырылдап йоҡлап китте.
Бер аҙҙан иремдең тауышына уянып киттем.
– Мин ҡайҙа ятам? Миңә ҡайтырға кәрәк, - ти был.
– Тыныслан, йөрәккәйем, – тим, – Хәҙер эргәңә барып ятырмын. Һиҙеп торам: йылы һүҙҙәремдән Ғәптелмөлөгөм ҡояш аҫтына ҡуйылған һары май шикелле ирей. Шул саҡ йырлап ебәрҙе:
Ҡояшмы һинең йөҙөң,
Аймы ни һинең йөҙөң.
Ер ҡыҙымы һин үҙең.
Хур ҡыҙымы һин үҙең?
– Мин ҡайҙа, әллә ожмахтамы? – тип аптырай Мөлөгөм. –Улай тиһәң ҡап-ҡараңғы, үлемен тиһәм, һөйләшәм бит әле.
Ҡапыл ул һикереп торҙо:
– Мин ҡайтам. Үҙ йортома ҡайтам. Бисәнән ҡурҡам. Минең бисә һинең кеүек түгел ул, – ти. – Бик уҫал. Әнә, һин ниндәй мөләйем, кәнфит теллеһең, тауышың да яғымлы, наҙлы, шишмә сылтырауы төҫлө. Тыңлауы – ләззәт кенә. Рәх-әәт! Ә минең бисә! Ух. Минең бисә! Саҡ ҡына ҡыҙмаса булып ҡайтып ҡара! Ишек төбөндә ғазраил һымаҡ ҡаршы ала. “Асыҡтым”, – тиһәм, “Ҡайҙа эсеп йөрөнөң, эт, шунда туйып ҡайт”, – ти ҙә ҡуя. Сәй түгел, һыуыҡ һыу ҙа юҡ миңә. Дүрт башлы аждаһа бит ул минең бисә! Дүрт ауыҙынан да ут бөркөлә.
Ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым:
– Хайуан! Әшәке! Эскесе! Маймыл! Минме аждаһа, минме ишәк, төш дивандан, әнә, ҡаҡ иҙәнде йылыт, тәнеңде йомшарт!
– Атаҡ! Ғәйшә, һин бында ҡайҙан килеп сыҡтың? –тип аптыраны ирем, мине танып ҡалып. – Һинән бөтә нәмәне көтөргә була.
Мөлөгөм һүгенде лә стенаға боролоп ятты.
Ошо хәлдән һуң Ғәптелмөлөгөм эсеүен туҡтатты, айыҡ ҡына ҡайта башланы, күрәһең, һәйбәт ҡатын ролен оҡшатты. Мин дә уның эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менә көтөп алам, күтәрмәгә сығып ҡаршы алам да, битен суп итеп үпкән булам, эй, ҡыуана ла инде.
Шулай ролдән ролгә күсеп йәшәй торғас, һиҙмәгәнбеҙ, ҡартлыҡ та килеп еткән. Әле һәйбәт ҡарт менән, һәйбәт ҡарсыҡ ролендәбеҙ. Аллаға шөкөр.
Гөлсирә ШАФИҠОВА
Читайте нас: