Арҡан тигәнем дә сеп-серек, Үҙем дә лаяҡыл иҫерек. Бисә өсөн аҫылынаң, тиеп Йәнде ҡыя кәкре ҡарт ерек... Бер сибәргә ниңә бер сибәр? Бер иҫәргә ниңә бер иҫәр? Хоҙай улай тимәгәнен беләм. Мин иҫәрҙе ләкин кем һөйәр?
Онотма Һине минең, мине һинең менән Күрештерер күпер юҡтыр шул. Бары – ҡалған өмөтөм мөхәббәт. Ул берҙән-бер алда ятҡан юл. (Г. Рәшитова, Р. Арыҫлан) Эх, мөхәббәт юлы – күперҙәрһеҙ... Күпме аҙаштырып йөрөттө! Күрәләтә шул юлдарға ташлай – Әйтер инем иҫәр өмөттө!.. Бармаҫ инең – берҙән-берәү генә... Ни ҡылаһың, ҡыҙҙар ҡороғас? Ни ҡылаһың йылға-һыуһыҙ сүлдә Арыҫландар булып тыумағас?..