+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
1 Июнь 2020, 17:50

Көләмәстәр

Күршеләрҙә туй бара. Ике бәләкәй ҡыҙ урамда уйнай. Кәләш улар янына килеп һөйләшеп тора ла: "Һеҙ ҡасан уҡырға бараһығыҙ?" - тип һорай. Өс йәшлек Дилә:

- Уҡырға барғы килмәй инде, һин кейәүгә сыҡҡас, беҙҙең дә кейәүгә сыҡҡы килде лә китте, - тигэн.
ххх
Ҡыҙыма аш һалып бирҙем.
- Аша, аша, тиҙерәк ҙурайырһың, - тим, гел ҙур булырға хыялланыуын иҫәпкә алып.
- Һәм әбей булырмын, - тип дауам итте ул, шаярып.
ххх
Бөҙрәханала.
- Ҙур уҫкәс, парикмахер булаһыңмы?
- Юк, врачапай булам...
ххх
Физика дәресендә.
- Балалар, арғы тауҙа пушканан аталар. Кем әйтер, алдан уты күренерме, әллә тауышы ишетелерме?
Бер бала ҡулын күтәрә.
- Йә, әйт.
- Уты күренер.
- Үәт маладис, дөрөҫ әйттең. Ә ни өсөн шулай тип уйлайһың?
- Сөнки күҙҙәр ҡолаҡтарҙан алдараҡ урынлашҡан бит.
ххх
4 йәшлек ҡыҙ уйынсыҡ һүрәттәренә ҡарап, уларҙы башҡорт-урыҫ телендә әйтеп ултыра:
- Туп - мяч, ҡурсаҡ - кукла, машина - машина, айыу балаһы - Маша и медведь...
ххх
Илгизгә 3 йэш, хәрефтәр өйрәнә:
- "З"- Зилә апай,
-"Д" - Дилэ апай,
-"Л" - Лэйсэн апай,
-"Я" - Ләйсән апай тоҡ күтәргән!
ххх
Буранбайға ике йәш тирәһе. Уға шиғыр өйрәтәләр, тиҫкәреләнә, киреһен һөйләй:
Тышта буран, - тиһәләр,
Тышта буран түгел! - ти.
Мин өйҙә торам, - тиһәләр,
Мин өйҙә тормайым, - ти.
Тәҙрә аша - тиһәләр,
Тәҙрәне ашамайыыыым!, - ти икән был.
ххх
Уҡытыусы балаларҙан Б хәрефен һораған икән, бер ҡыҙ өйөнә ҡайтҡан да әсәһенә һөйләй икән:
"Беҙҙең уҡытыусы А эргәһендә генә торған Б-ны белмәй, беҙҙән һорай ҙа ул", - тип әйтә ти!
ххх
Сөмбөлгә 2 йәш ярым булганда, әсәһе логопедҡа алып барған. Логопед тауыҡ һүрәтен күрһәтеп:
- Кто это? - тип һорағас,ҡыҙы әсәһенә ҡарап:
- Әсәй,тауыҡ тип әйтәйемме, әллә курицамы? - тиеп һорай икән.
ххх
Яңы йылға ятларға ошо шиғырҙы биргәндәр:
Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!
Матур бабай, шат бабай,
Аҡ һаҡаллы, аҡ бабай,
әйҙә түргә үт, бабай!
Сәлимәнең варианты:
Сәләм, Ҡыш бабай!
Матур бабай, шәп бабай,
Аҡыллы бабай, аҡ бабай,
Әйҙә, үт, тиҙерәк, бабай!
Читайте нас: