-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
1 Июнь 2020, 00:11

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Урал Мортазиндың баласаҡ хәтирәләренән: Ул бит мине бәлә-ҡазанан ҡурсып, иркемде сикләмәй, әллә нисә сәғәттәр буйына шыршы төбөндә ултырырға ла риза булған!

Бала саҡта, 6 класта уҡығанда, Яңы йыл байрамын билдәләп, тәүге тапҡыр класс менән үҙаллы дискотека ойошторорға булдыҡ. Бер кем лә күрмәй, контроль юҡ, тиеп, рәхәтләнеп бейеп йөрөгән булабыҙ. Бер заман, ҡараһам, ҡартинәйем шыршы төбөндә ултыра! Оялышымдан ер тишегенә инерҙәй булдым. Хәҙер уйлаһам, көлкөм дә, ҙур итеп рәхмәт әйткем дә килә - ул бит мине бәлә-ҡазанан ҡурсып, минең иркемде сикләмәй генә, әллә нисә сәғәттәр буйына шыршы төбөндә ултырырға ла риза булған!
Читайте нас: