+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
31 Май 2020, 16:35

«Бер-ике кешене тешләйһем бар!…»

Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян СӨЙӘРҒОЛОВ: «Бер-ике кешене тешләйһем бар!…»

Бер мәл театр, янғындан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында эшләгән осоронда, репетицияға тип, һуңлап ҡына Муллаян Сөйәрғолов килеп инә. Кәйефе юҡ.Ни булды, тип һорай артистар. Баҡһаң, уны урамда эт тешләгән булып сыға.— Ҡоторған булмаһын, кисекмәҫтән «от бешенства» прививка эшләтергә кәрәк, - тип ғауға ҡуптара актрисалар. Муллаян Сөйәрғолов бер ни ҙә әйтмәй. Бер аҙҙан телгә килеп:— Юҡ, укол әлегә эшләтмәйем, театрҙа бер нисә кешене тешләйһем бар, — тип яуап бирә. (Башдрамтеатр сайтынан)
Читайте нас: