+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
20 Май 2020, 12:17

Отчет-һайлау йыйылышы Юмореска

–Тәк, йыйылышып бөттөгөҙмө? Ғәҙәттәгесә, Фәһимә балдыҙ һуңлай. Ҡурҡынысы юҡ, тап кәрәк ваҡытта килеп инә торған. Ҡалғандар менән башлай торайыҡ. Бөгөнгө йыйылышты асып, шуны әйткем килә, туғандар. Ошо көндәрҙә өҫтән тикшереү килеп төшөүе бар, шуға һеҙҙе тағы борсорға тура килде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һеҙҙән башҡа минең ышаныр, таяныр кешеләрем дә юҡ, ней, балалар үҫмәгән әле, уларҙың да ваҡыты етер, кәнишнә. Әлегә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, донъялар буталсыҡҡа әйләнеп бара. Кем нисек булдыра ала, шулай йәшәп, әрһеҙерәктәр ябай халыҡты алдап маташа. Булдыра алмағандар инде, үҙҙәре ғәйепле. Ну, дөйөм алғанда, кемгә еңел хәҙер? Бергә булырға кәрәктер, тип уйлайым… Тел төбөн аңлайһығыҙҙыр… Ҡхм, Ҡхм…

Ярай, улайһа. Тәк, Сәлиә ҡоҙағый, был арала ҡалаға, баҙарға тип сапмайыраҡ торорһоғоҙ инде, минең списокта һеҙ — мәктәп директоры. Ҡурҡма, һатыуға тигән ҡорот-эремсектәреңә бер ней булмаҫ, бөтәһе лә үткәс, үҙем машина менән алып барып, хатта һатышып ҡайтырмын.
Мә,бына ошо ҡағыҙҙа яҙылғандарҙы ятла, теге ваҡыттағы һымаҡ үҙеңдән бер нәмә лә өҫтәмә инде, зинһар. Кабинеттың асҡысы вахтала, уҡытыусылар иҫкәртелгән. Кеҫәңә төшөр һандар ҡағыҙҙың артында яҙылған.
Дәлше киттек. Рәжәп ҡәйнеш, һин өйрәнгән кеше булараҡ, тағы ла шул ферма мөдире булып торорға тура килер. Ҡурҡма, бынау ҡағыҙҙа бөтәһе лә яҙылған. Тик күрһәткестәрҙе генә бутап ҡуйма инде. Гонорары тураһында бөгөн кис үҙем инеп сығырмын, шунда килешербеҙ.
Тә-әк, артабан, Мәүлиә еңгә, балалар баҡсаһы мөдире вазифаһы һиндә. Үҙең беләһең, был өлкәлә һинән дә шәбе юҡ. Ул тауыш тиһеңме, үҙеңде тотошоң — бына һуйған да ҡаплаған мөдир, эйе, ысынлап әйтәм. Йәл, уҡымағанһың ғына. Ул сағында… тәүбә-тәүбә, әллә нимәгә төшөп барамсы… Ә-ә, Фирүз ағайымдың рөхсәтен алдым, ул үҙе бер көнгә шунда ҡарауылсы булырға ризалашты. Һеҙҙең менән дә ҡул бирештек.
Ә-һә, бына Фәһимә балдыҙ ҙа үҙ ваҡытын белеп кенә килеп етте. Ызначит һин, был юлы клуб мөдире. Фигураң да, һөйләшеүең дә, йылмайыуың да килешеп кенә тора. Тик юбкаңдың оҙонорағын кейеп, ирен буяғысыңдың төҫһөҙөрәген һөртөн, йәме. Еҙнәкәйеңде беләһең, буш итмәм. Тағы ла, ҡара әле, балдыҙым-яңғыҙым, тикшереүселәргә бәйләнмә пажалыста. Яңғыҙ булһаң ни, йәшең үтмәгән әле. Кем әйтмешләй, самай һөйөр саҡ ҡынаң. Үҙем һиңә тигәнен генә табып бирермен. Ҡурҡма, күптән ҡарап та ҡуйғанмын. Тик һин кеше алдында минең йөҙҙө ҡарайтма инде!
Тәк-тәк, эһе, бригадир… Теге ней бит әле, Нәзир бажа, һиңә генә күҙ төбәп торам. Минең ҡыҙған саҡта әйтелгәндәрҙе ғәфү ит инде, йәме… Ни тиһәң дә бажаларбыҙ, ғүмер буйы күрше йәшәйбеҙ. Яңы йортоңдо бөтөрөшөрмөн, балаларың, әйҙә, рәхәтләнеп беҙҙең быуала һыу инһен. Жәлке түгел. Тик һин күпте беләһең, белгәндәреңде онот та, бына ошо ҡағыҙға һиңә лә текс төҙөгәйнем. Артыҡ һүҙ — юҡ һүҙ була ул. Гонорарын еткәнсе түләрмен, килештекме? — тип тамамланы йыйылышты ауыл хакимиәте башлығы, мәктәп директоры, ферма мөдире, балалар баҡсаһы мөдире, клуб мөдире, бригадир вазифаларын бергә алып барыусы Ҡаҙнабаев. — Барыһы ла булды шикелле…
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
Читайте нас: