+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
16 Май 2020, 00:18

"Уйым насар түгел ине!"

Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов: "Уйым насар түгел ине!"

Ул замандарҙа Белореттан Өфөгә, башлыса, самолет менән йөрөй инек. Бер мәл оло йәштәрҙәге Фәүзиә инәйемде ауылдан Өфөләге туғандарға, миңә эйәртеп ебәрҙеләр.
Самолетҡа инеп ултырғас та хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп ҡуйҙым. Осор алдынан бортпроводница осоу ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртте. Инәйем урыҫса бер ни ҙә аңламағас: "Нимә тип әйтте ул?" - тип һораны. "Ҡайыштарҙы эләктерергә ҡуштылар," - тигәйнем, инәйемдең, тулҡынланыуҙан, ҡулдары ҡалтырап китте. Үҙе һуҡрана, ә үҙе ҡайыш ҡаптырмаларын эләктерә алмай этләнә:
- Әй, ҡороғор, нишләп әйтмәй ултыраң? Һин минең самолеттан ҡолап ҡалып, үлеүемде теләйһең, валлаһи! - тине.
Риф ҒӘБИТОВ,
Башҡортостандың халыҡ артисы.
Читайте нас: