+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
18 Апрель 2019, 18:04

Көрәш көслөме әллә ҡурҡыумы?

Редакциянан: Сатира һәм юмор оҫтаһы Юнир Салауатовтан журнал уҡыусы дуҫтарыбыҙға - күстәнәс

Көрәш көслөме, әллә ҡурҡыумы?
Башҡорт дәүләт филармонияһының иң оҙон артисы Ғәфүр Латипов (Бағанай) хаклы ялга сыҡҡас, уның урынына кеше эҙләгән саҡта, мин тап булдым. Ҡоҙалай торғас, ризалаштым. Мин килеүгә Әхәт Үрәзмәтов (Кәтүк) бик шатланды. Тимәк, Бағанайҙың ике бото араһында буталып йөрөргә, ата ҡаҙ кеүек муйынын һонорға, терәлеп торорға, монтер һымаҡ бағанаға үрләргә күнеккән мәҙәк мезансценалары булған Кәтүк образы йәшәй.
Әхәт ағай дәрәжәһенә таянып, репертуар хәстәрләүҙән, яуаплылыҡтан гелән ситләшә килде. Яҙыусылар менән әүҙем, ҙур теләк менән аралашыуҙы ла хушһынманы. Бер яҡтан уның позицияһы дөрөҫ тә.
– Ул-был мәшәҡәттәр – художество етәксеһе, директор, режиссерҙар эше. Уларға шуның өсөн аҡса түләйҙәр, – тип ҡул һелтәй ине.
Мостай Кәримдең «Өн аралаш ете төш» әҫәрендә Емельян Пугачев: «Интекте бит Рәсәй ошо араҡынан», – тигән һүҙҙәре цензура аша үтмәне.
Сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә ижад кешеһе сумып эшләргә бурыслы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ижадсыларҙың аяҡ-ҡулдары тышаулы – цензуранан улар тулыһынса азат түгел. Үкенескә ҡаршы, «Бәләһенән баш-аяҡ» принцибы сәбәпле беҙҙең эстрадала сатира, юмор театры ла, ең һыҙғанып яҙған авторҙар ҙа булманы. Әҙәбиәттәге ошо күренеш миңә эстрада өсөн монолог, интермедия, репризалар яҙырға мәжбүр итте. Ҡаршылыҡтарға осрау минең ижад өсөн ғәҙәти күренеш.
«Һауынсынан интервью» интермедиямда шундай диалог бар:
Журналист. Хөрмәтле Мәрйәм апай, һеҙ ял ваҡыттарығыҙҙы нисек уҙғараһығыҙ? Киноларға, театрҙарға бараһығыҙҙыр, китап уҡыйһығыҙҙыр, эйеме?
Һауынсы. Журналист килә тигәстәре беҙҙең фермаға Пушкин, Лермонтов, Чехов китаптарын һалып киттеләр. Ә былай буш ваҡытымда утын әҙерләйем, иремде, алты баламды тәрбиәләйем, ҡарайым. Үҙебеҙҙең һыйырҙың һөтөн колхозға тапшырттыралар. Ғаиләмә колхоздың сипарат һөтө генә ҡала. Түрәләрҙе тыңламайынса һөттө тапшырмаһаң, һалам бирмәйҙәр. Иптәш журналист, ферма мөдире был һүҙҙәрҙе әйтергә ҡушманы, әй, әйтем дә ҡуйҙым инде. Бына, күҙгә төтөн ебәргәндәрен ҡағыҙға яҙып бирҙеләр, уҡыйыммы?...
Журналист. Президентлыҡа кандидат итеп күрһәтелгәндәрҙең ҡайһыныһына тауыш бирәгеҙ?
Һауынсы. Бригадир кемде һайларға ҡуша бит.
Художество етәксеһе юғарылағы һөйләмдәрҙе ҡыҫҡартып сыйғыслағас, әҫәрҙең бер ҡыҙығы ла ҡалманы. Репертуар булмағанлыҡтан ни булһа ла булар, тип хоҙай ҡулына тапшырып, режиссер Ф. Иҡсанов, Кәтүк был номерға тотондо. «Көлкө кисәһе»ндә юғарынан да ҡунаҡ булды, әммә был сығышҡа ҡағылышлы бер һүҙ ҙә булманы. Ошо хәлдән һуң, Кәтүк ул әҫәрҙе утыҙ йыл сәхнәнән төшөрмәне.
Икенсе әҫәремдә: «Ябай кешеләр генә түгел, етәксе булғандар ҙа урлаша, тик уларҙы тотмайҙар, ә Ҡырымға ял итәргә ебәрәләр», тигән һөйләм береһенә лә оҡшаманы. Шулай ҙа гастролдәрҙә был монологты төшөрөп ҡалдырманым. Етәкселәр мине тикшерер өсөн артымдан эйәреп йөрөмәйҙәр бит! Әҫәремде тамашасылар һәр саҡ йылы ҡабул итте. Тимәк, мин дөрөҫ ижад юлындамын. Һүҙҙәр заман тарафынан иҫбатлана килә.
Эстрадала сатира, юморҙың үҫеше режиссерҙарҙың профессиональ кимәленә лә бәйле.
«Көтөүсе» монологомда, спирт заводының ҡалдығы түгелгән йылғанан мал һыу эсеп, иҫерешеп яр буйында туй уҙғаралар.
– Һин тормошта малдарҙың кеше һымаҡ һөйләшкәнен ҡасан күргәнең бар. Әҫәрең дөрөҫ түгел, – тине художество етәксеһе.
– Мәскәүҙәрҙең «Ну погоди» йәнһүрәтендә Бүре менән Ҡуян кеше кеүек һөйләшә бит, – тип яуапланым.
Хатта хайуан-йәнлек, ҡош-ҡорт балалары көслөгә ышыҡланып, эйәреп йәшәй. Көслөнөкө – замана! Кешелек донъяһында ла, һис шикһеҙ, йәштәргә яҡшы ярҙам, терәк кәрәк. Заманында минең дә фекерҙәшем булды. Эштә һәммә мәсьәләләрҙе үҙем хәл итергә өйрәнгәнмен, күнгәнмен. Ҡайсаҡ ҡаршылыҡтар алдында албырғап, юғалып ҡалдым, ҡайсаҡ – еңеүсе булдым...
Мине яҡлаусы кеше булмағас художество етәксеһе бигерәк иркенләнде, бер генә әҫәремде лә ҡабул итмәй бит.
Сираттағы монологыма: авторы рус яҙыусыһы И. Луцкий, шағир Х. Назар тәржемәһе, тип яҙҙым. Художество еткәсеһе әҫәрҙе уҡып сыҡты ла:
– Бына, рус яҙыусыларынан өйрәнергә кәрәк, – тип, мин яҙған әҫәрҙе маҡтап ҡабул итте. Артабан И. Луцкийҙы псевдонимым иттем, яҙыусыларҙың авторлыҡ ойошмаһына теркәнем дә филармониянан гонарарҙар бермә-бер ала торҙом. Был барыһы өсөн дә сер булып ҡалды.
– Хәйер, сатирик әҫәрҙәрҙәрем етәкселәр өсөн тырнаҡ аҫтына ингән шырау булды. Әле быларҙы яҙҙым да, уйға ҡалдым... Улар урынында мин үҙем булһам... Мин дә ҡурҡыр инем микән? Әлбиттә. Бәләгә ҡалып, йылы, йомшаҡ креслонан ҡыуылаһы килмәй ҙә инде...
Юнир САЛАУАТОВ
Читайте нас: