

Республика Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы. Ул педагогтарға хеҙмәте, түҙемлеге һәм хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, һеҙ – беҙҙең республиканың һәм илдең терәге. Балаларҙы ғына уҡытыуҙан тыш, уларға дөрөҫ йүнәлеш бирәһегеҙ. Ысын патриоттар тәрбиәләйһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә тәрән ихтирамымды белдерәм!», – тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе.
Шулай уҡ уҡытыусылар үҙ белемен беҙгә тапшырҙы, бөгөн иһә балаларыбыҙға тапшыра, тип билдәләне ул. Шуға күрә республиканың бурысы – педагогтар хаҡында хәстәрлек күреү, һөнәрҙең абруйын күтәреү.
«Йәш уҡытыусыларға, шулай уҡ уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханында һәм олимпиадала уңыштарға өлгәшкәндәргә ярҙам итәбеҙ. Яҡшы хеҙмәт шарттары булдырырға тырышабыҙ. Нисек кенә ауыр булмаһын, мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау эшетәрен дауам итәбеҙ, был йәһәттән беҙгә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ҙур ярҙам күрһәтә. Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрәбеҙ – Президент ВладимирПутин үҙенең указы менән Рәсәйҙә педагогтың айырым статусын нығытты. Беҙ Башҡортостанда үҙебеҙҙең өҫтәмә сараларҙы әҙерләнек», – тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.