

Был көндө миләүшә сәскәләренең баҡса һәм бүлмә гөлдәре төрҙәрен барлыҡҡа килтереүсе Рәсәй селекционеры Борис Макуни тыуған һәм уның хөрмәтенә 29 сентябрҙе миләүшә сәскәләре көнө итеп иғлан иткәндәр.
Ошо уңайҙан матур сәскә исемен йөрөткән халҡыбыҙҙың бер төркөм ижади күңелле Миләүшәләре өҫтәл артына йыйылған ине. Мәҙәниәткә, шиғриәткә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе, ижади күңелле халҡыбыҙҙың гүзәл ҡыҙҙары йыр-моң, шиғыр тулҡындарына үрелеп, киләсәккә матур ниәттәр ҡорҙо.
Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында уҙған был сарала, алға оло маҡсаттар ҡуйып йәшәгән киң даирәле ханымдар, ҡатын-ҡыҙҙарға һәр төрлө рухи ярҙам ойоштороусы "Миләүшә" клубына нигеҙ һалды.
Ошо кескәй башланғыс киләсәктә матур йола булып дауам итһен. Халҡыбыҙҙың лайыҡлы Миләүшәләре күбәйеп, ҙур майҙандарҙа оло эштәр атҡарып, халҡына хеҙмәт итер, иншәәАллаһ!