+17 °С
Облачно
Ваҡиғалар
19 Сентября , 17:17

Йәштәргә сәйәсәт дилбегәһен тоттороу дөрөҫмө?

«Торатау» конгресс-холында ойошторолған «Һайлау-2026» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар һәм эксперттар һайлау барышы тураһында фекер алышты. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе, билдәле йырсы Илнур Рамазановҡа йәштәрҙең сәйәсәткә күпләп ынтылыуы тураһында һорау бирелде.

Йәштәргә сәйәсәт дилбегәһен тоттороу дөрөҫмө?Йәштәргә сәйәсәт дилбегәһен тоттороу дөрөҫмө?
Йәштәргә сәйәсәт дилбегәһен тоттороу дөрөҫмө?

Бөгөн йәштәр сәйәсәткә ысынлап та әүҙем килә. Афариндар! Шулай ҙа, тормош тәжрибәһе туплап өлгөрмәгән йәштәргә сәйәсәт һәм идара итеү дилбегәһен тоттороп ҡуйыу дөрөҫмө икән? Бигерәк тә, әле атай булып өлгөрмәгән, ә булған хәлдә лә, үҙ балаһы мәктәп йәшенә лә етмәгән йәш директорҙарҙың күбәйеүе һорауҙар тыуҙыра. Ошо хаҡта Илнур Венер улы үҙ фекерен белдерҙе.
«Элек тә йәп-йәш көйө өйләнешеп, ҙур яуаплылыҡ алғандар, күп бала үҫтереп, донъя көткәндәр. Тимәк, атай-олатайҙарыбыҙ ҙа йәшләй иңдәренә ҙур бурыстар алған. Бөгөн дә йәштәрҙең күҙҙәре янып тора икән, уларҙың ҡанатын ҡайырырға ярамай. Мин бына әле лә өйләнмәгәнмен. Бәлки, сәйәсәткә йәшләй килеүем дә сәбәпселер быға», — тип шаяртып та алды ул.

Дуҫтар, ә һеҙҙең был турала фекерегеҙ нисек? Йәштәргә идара итеүҙе ышанып тапшырырға яраймы? Әллә идаралыҡта барыбер күберәк өлкән быуын вәкилдәре булырға тейешме? Фекерҙәрегеҙ менән комментарийҙар ҙа бүлешегеҙ.

Йәштәргә сәйәсәт дилбегәһен тоттороу дөрөҫмө?
Йәштәргә сәйәсәт дилбегәһен тоттороу дөрөҫмө?
Йәштәргә сәйәсәт дилбегәһен тоттороу дөрөҫмө?
Автор:
Читайте нас