

Ошо ваҡыт эсендә Өфөлә паллиатив ярҙам, хәстәрлек һәм мәрхәмәтлек үҙәге асылды, республика уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Республика етәксеһе хеҙмәткәрҙәргә, ирекмәндәргә һәм ойошмаға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
– Өс йыл элек ошондай иҫ киткес учреждение булдырҙыҡ. Ошо ваҡыт эсендә бында 2 меңдән ашыу оло кешегә һәм 500 балаға ярҙам күрһәтелгән, – тине Радий Хәбиров. – Хоспис коллективы ҡыҙыҡлы һәм сағыу. Ә иң мөһиме – һеҙ ҙур изге йөрәкле. Учреждение етәкселегенә, ирекмәндәренә рәхмәт. Был эш күп ваҡыт һәм көс талап итә, әммә бергәләп бик яҡшы эш башҡарабыҙ һәм үҙебеҙ ҙә яҡшыраҡ, таҙараҡ, изгелеклерәк була барабыҙ. Тыуған көнөң менән, хоспис!
Башҡортостан Башлығы төҙөүселәргә, меценаттарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм хоспис хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Өфө хосписы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла баш ҡала хосписы командаһына ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
– Барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайым. Йөрәктәрегеҙҙә мөхәббәттең бер ҡасан да һүрелмәүен теләйем. Һөйөү менән ни тиклем күберәк уртаҡлашабыҙ, ул шул тиклем арта бара, ә беҙҙең йөрәктәр гармония һәм йылылыҡ менән тула. Һәр берегеҙ алдында баш эйәм. Беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт, – тине Каринэ Хабирова.
Каринэ һәм Радий Хәбировтар биш ирекмәнгә «Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһен, Гөлнара Ғәниеваның ата-әсәһе Рәйсә һәм Ринат Шәмсетдиновтарға Өфө хосписының махсус билдәһен тапшырҙы.