

ТЫНЫШ БИЛДӘЛӘРЕ
ӨТӨР
1) Һөйләмдең башында, уртаһында, аҙағында килеүсе өндәш һүҙҙәр һөйләмдең бүтән киҫәктәренән өтөр менән айырыла.
Аҡ ҡайындар, һеҙҙең менән бергә Ағиҙелдең һыуын эскәнмен. (Н. Нәжми.)
2) Һөйләмдең төрлө урынында бирелеүсе инеш һүҙҙәр: ахыры, бәлки, зинһар, ғөмүмән, моғайын, мәҫәлән, ихтимал, киреһенсә, ғәҙәттә, тимәк, ысынлап та, әлбиттә, бәхеткә ҡаршы һәм башҡалар өтөр менән айырыла. Аҡмулланың йөрәк моңо, бәлки, һинең аша халыҡ йөрәгенә тағы тиҙерәк барып етер. (К. Мәргән.)
3) Теркәүесһеҙ килгән тиң киҫәктәр араһында өтөр ҡуйыла. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән ир йөрәкле әсәйҙәр алдында мин бөтә йөрәктән, ысын күңелемдән баш эйәм. (Э. Бикчәнтәев.)
4) Ә, ләкин, тик, шулай ҙа, әммә, сөнки, шуға күрә, шунлыҡтан, шул арҡала, шул сәбәпле, шулай булғас, шуның арҡаһында теркәүестәре менән килгән тиң киҫәктәр, тиң һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла. Йыйылышта ҡатнашыусы командирҙар ишеккә ташландылар, ләкин сығырға өлгөрмәнеләр. (Я. Хамматов.)
5) Берсә, әле, әллә, йә, йәки, һәм, да-дә, ҙа-ҙә, та-тә, ш м,) теркәүестәренең берәйһе ҡабатланып килгән киҫәктәр араһында өтөр ҡуйыла. Буранбайҙың бешкән муйыл кеүек йылтыр ҡара күҙҙәре берсә йылмайҙы, берсә моңайҙы. (И. Ғиззәтуллин.)
6) Айырымланған эйәрсән киҫәктәр, аныҡлаусылар, өҫтәлмәлектәр, хәлдәр өтөр менән айырыла. Ул, тәжрибәле инженер, күп кенә ҡалаларҙа, шул иҫәптән Һамарҙа һәм Ҡазанда, йорттар, заводтар төҙөп, хеҙмәтенең мәңгелек һәйкәлдәрен ҡалдырған. (Ә. Ихсан.)
7) Хәл әйтемдәре айырымланып килгәндә, өтөр ҡуйыла: Һалҡын шишмәлә йыуынып алғас, арыған ҡулдар яҙылып киткән кеүек була.
8) Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә ябай һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла. Һеҙҙең эҙләнеүҙәрҙә, эштәрегеҙҙә, хыялдарығыҙҙа йәшлек рухы һәр ваҡыт дөрләп торһон, йөрәктәрегеҙ ялҡыны һүрелмәһен, уйҙарығыҙ саф һәм изге булһын.
9) Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә баш һәм эйәрсән һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла. Артем бик ныҡыша башлағас, Самойлов түҙмәне, барыһын да һөйләргә мәжбүр булды. (Я. Хамматов.)
10) Өтөр маҡсат һөйләмдәрҙә тип бәйләүесенән һуң, ә тултырыусы һөйләмдәрҙә уның алдынан ҡуйыла. Фашистар беҙҙең ни эшләргә йыйыныуыбыҙҙы һиҙеп ҡалмаһын тип, башҡа урындарға ла разведка ебәрҙек. (Даян Мурзин.) Мин бында образлы рәүештә, Заһир Исмәғилев музыкаһында һине һәр саҡ дәртләндерә торған башҡорт ҡымыҙы, Хөсәйен Әхмәтов музыкаһында татлы, башҡорт балы бар, тип әйтер инем. (А. Леман.)
11) Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә лә өтөр ҡулланыла. Кем дә кем беҙҙең арала дошманлыҡ тыуҙыра, кем башҡорттарҙы — урыҫтарға ҡаршы, ә урыҫтарҙы башҡорттарға ҡаршы күтәрә, шул — беҙҙең дошманыбыҙ. (С. Злобин.)
12) Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә өтөр ҡуйыла.
Замандар бик хәтәр мәлдә, Мәскәү
Дуҫлыҡ ауазымды ишеткән.
Һәм рус халҡы минең яҙмышымды
Үҙе яҙмышына иш иткән. (М. Кәрим.)
13) Тура телмәрле һөйләмдәрҙә өтөр ҡуйыла. «Һәр эштең үҙ тәртибе була», — тине олатайым.
НӨКТӘ.
1) Хәбәр һөйләмдәр аҙағында нөктә ҡуйыла. Ауыл уртаһында өр-яңы бер йорт ҡалҡып сыҡты.
2) Атама һөйләмдәрҙән һуң нөктә ҡуйыла. Клуб. Мәктәп йорто. Баҡсалыҡ.
3) Инициалдарҙан һуң нөктә ҡуйыла. М. Кәрим шиғырын ятланым.
4) Драма әҫәрҙәрендә персонаж исемдәре йәки фамилияларынан һуң нөктә ҡуйыла. Сәлим. Мин, мин ғәйепле был эштә.
5) Пункттарҙың рәтен күрһәткән цифрҙан һуң нөктә ҡуйыла.
Көн тәртибе:
1. Ауыл халҡына һайлау тәртибен аңлатыу.
2. Агитаторҙар эше менән танышыу.
3. Ауыл йәштәренең концертын ҡарау.
Һорау билдәһе.
1) Яуап биреүҙе талап итеүсе һорау һөйләмдәрҙән һуң һорау билдәһе ҡуйыла. Һеҙҙең синыфта нисә бала уҡый?
2) Туранан-тура яуап алыуҙы талап итмәй торған риторик һорау һөйләмдәрҙән һуң һорау билдәһе ҡуйыла. Туған башҡорт телебеҙ башҡа телдәрҙе өйрәнергә ҡамасаулыҡ итәме һуң?
ӨНДӘҮ БИЛДӘҺЕ.
1) Көслө интонация менән уҡылыусы өндәү һөйләмдәрҙән һуң өндәү билдәһе ҡуйыла. Кемдәрҙе генә һоҡландырмай ул башҡорт халыҡ йырҙары!
2) Көсөргәнешле хәлдәрҙе, шарттарҙы аңлатыусы һөйләмдәрҙә тәрән кисереште, психологизмды белдереү осөн өс өндәү билдәһе йәнәш ҡуйыла. Ҡотҡарығыҙ!!! Батам, ҡотҡарығыҙ!!! (И. Насыри.)
3) Һөйләм башында көслө, тәрән тойғо, интонация менән әйтелгән ымлыҡ, өндәш һүҙҙән йәки бүтән һүҙҙәрҙән һуң өндәү билдәһе ҡуйыла. Эх! Нисек насар килеп сыҡты был эш.
4) Әгәр тойғоло һөйләм үҙ эсенә риторик һорауҙы ла алһа, өндәү билдәһе менән йәнәшә һорау билдәһе лә ҡуйыла. Бөгөн мин улар тураһында шулай уйлай алыр инемме икән?!
КҮП НӨКТӘ.
1) Тәбиғәт менән кешелек йәмғиәтендәге төрлө күренеш, хәл-ваҡиғаларҙың ҡапыл үҙгәреүен, алмашыныуын, төрлө сәбәптәр арҡаһында кешеләрҙең уй- фекерҙәренең өҙөлөүен, уларҙың эске кисерештәрен күрһәткән, тасуирлаған урындарҙа күп нөктә ҡуйыла. Хәҙер һыу ғына алып ҡайтайым әле... Бына бында тыныс икән... Абау, шулар ҙа йырлаған булалар бит әле... Ишекте бикләгеҙ... Инәләр бит... (М. Ғафури.)
2) Тәрәп кисереш, тойғолар арҡаһында өҙөп, пауза менән әйтелгән һүҙ,
һүҙбәйләнеш, һөйләмдәрҙән аҙаҡ күп нөктә ҡуйыла. Рәсимә, аҡыллым... Мин һине бик яратам... Биш туған араһында иң яҡын туғаным һин... (И. Абдуллин.)
3) Берәй текстан, һөйләмдән өҙөктәр алған саҡта төшөрөп ҡалдырылған ҡайһы бер һүҙҙәр урынында күп нөктә ҡуйыла. «Поэзия билдәле булмаған, таныш булмаған урынға барыу... сөнки шағир үҙен-үҙе ҡабатлай алмай». (В. Маяковский.)
НӨКТӘЛЕ ӨТӨР.
Ул — нөктә менән өтөр араһында тороусы үҙенсәлекле тыныш билдәһе. Нөктәле өтөр түбәндәге осраҡтарҙа ҡуйыла:
1) Теркәүесһеҙ тиң киҫәкле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә.
Арыҫландай ирҙәрҙе Йыуаш ҡуйҙай итер хан;
Илеңде алыр ҡулыңдан,
Ғәскәр алыр улыңдан;
Тартып алыр малыңды,
Иҫәпкә алыр барыңды;
Боғаҙламай эсер ҡаныңды,
Үлтермәй алыр йәнеңде, ау,
Үлтермәй алыр йәнеңде. (Ҡобайыр.)
2) Тиң хәл әйтемле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә.
Киң юлда һуңғы биш йылда
Кемдәрҙер килә, донъя тетрәтеп;
Уттар яуҙырып, күктәр күкрәтеп;
Ерҙе пурлатып, тормош үҙгәртеп;
Дуҫты көлдөрөп, дошман илатып;
Меҫкен ҡарттарҙың йөрәген һыҙлатып;
Ҡолаҡ төбөндә моңдар сыңлатып;
Капитал донъяһын эттәй олотоп;
Серек диндәрҙең ҡәғбәһен ватып. (М. Ғафури.)
3) Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә ҡуйыла. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә нөктәле өтөр ҡуйылһын өсөн, өтөр менән айырылған тиң киҫәктәр йә айырымланған эйәрсән киҫәктәр, йәки хәл әйтемдәре бирелеү талап ителә. Берәүҙәр туй үткәрә, икенселәр тыуған көндәрен билдәләй; өсөнсөләр, һаҡалдарын һыйпап, һанаулы ҡалған йылдарҙың ҡәҙерле минуттарын кисерә. (Р. Низамов.)
4) Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә ҡулланыла. Әгәр ҙә яҙыусыны донъяның бөтә аяныстары һәм ҡыуаныстары тулҡынландырһа, әгәр ул үҙ өҫтөндә ныҡлап эшләһә, ҡыҙыҡлы фекер йөрөтһә, үҙ-үҙенә ситтән талапсан ҡараш һала белһә; әгәр ҙә ул үҙ вазифаһына лайыҡлы рәүештә матур йәшәһә, уның геройы ла сағыу, үҙенсәлекле, ышандырғыс була. (М. Кәрим.)
5) Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә ҡуйыла.
Төнөн күктә ай ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Уралтау;
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡьш Уралтау. (С. Юлаев.)
Ике нөктә.
Ул түбәндәге осраҡтарҙа ҡуйыла:
I) Инверсия рәүешендә бирелгән тиң эйәләр менән хәбәр араһында. Был поэтик әҫәргә хас.
II) Ҡайтыр:
Девон ҡатламының верховойы Кумер шахтаһының рядовойы,
Бойҙай -ҡырҙарының һалдаты. (X. Кәрим.)
Әгәр тиң эйәләр хәбәрҙән алда торһа, баш киҫәктәр араһына бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе ҡуйылмай.
2) Дөйөм мәғәнәле хәбәр менән уның мәғәнәһен асыҡлаусы хәбәр йәки хәбәрҙәр араһына ҡуйыла. Дөйөмөрәк төшөнсәле хәбәр тәүҙә, ә уның мәғәнәһен асыҡлаусы хәбәр аҙаҡ бирелә. Ысын уҡытыусы бына нисек эшләй: дәрестән тыш ваҡытта ла уҡыусылары менән шөғөлләнә, уларҙың өйҙәренә бара, ата- әсәләре менән һөйләшә, кәңәш тә бирә.
3) Дөйөм мәғәнәле эйә менән уның мәғәнәһен асыҡлаусы тиң эйә йәки эйәләр араһына ҡуйыла. Бында ла дөйөмөрәк төшөнсәле эйә тәүҙә килә, ә уның асыҡлаусылары унан һуң бирелә. Һәр уҡыусы алдында яңы донъя: мәктәп донъяһы, мөләйем уҡытыусыһы, үҙе кеүек ук тиктормаҫ уҡыусы иптәштәре, яңы коллектив барлыҡҡа килә.
4) Бер-береһен асыҡлаусы тура һәм ситләтелгән тултырыусылар араһында ҡуйыла. Икенсе көндө еңел кейемдәр: трико, ыштан, еңел башмаҡтар бирҙеләр. (А. Таһиров.)
5) Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә алдағы һөйләмдең мәғәнәһен асыҡлаусы һөйләм йәки һөйләмдәр алдынан ҡуйыла. Рәсүл кисәге кеүек ук бик ыҫпай ине: хром итектәре ялт итеп тора, гимнастеркаһы бына тигән итеп үтекләнгән, сәсе матур итеп таралған.
6) Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә баш һөйләм менән эйә һөйләм араһында ҡулланыла. Шуныһы асыҡ: Димдә тыуған, Димдә үҫкән ошо егәрле, һөнәрмән кешеләр үҙҙәренең тыуған яҡтарының йөҙөн үҙгәртә, яңырта, матурлай.
7) Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә баш һөйләм менән эйәрсән хәбәр һөйләм араһында ҡуйыла. Кеше рухының бөйөклөгө шунда: ул үҙ ғүмеренең бер өлөшөн яҡын йәки алыҫ киләсәкте күрә белә. (М. Кәрим.)
8) Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә баш һөйләм менән аныҡлаусы һөйләм араһында ҡуйыла. Киләсәктә беҙҙе шундай ҙур эштәр көтә: берәүҙәр төҙөлөшкә барыр, берәүҙәр уҡытыусы булыр, кеше дауалар, геолог булыр.
9) Шуға, шуны һүҙҙәрен асыҡлап килгән тултырыусы һөйләм алдына ике нөктә ҡуйыла. Иван Иванович шуны һиҙә: Азат Байғужинға тулы тыныслыҡ кәрәк. (Ә. Бикчәнтәев.)
10) Теркәүесһеҙ сәбәп һөйләм менән баш һөйләм араһында ике нөктә ҡуйыла. Мин үҙем атманым: йәш хайуан ҡыҙғаныс тойолдо. (М. Ғафури.)
11) Рәүеш һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә ике нөктә ҡуйыла. Был тыныш билдәһе ҡуйылһын өсөн, рәүеш һөйләм баш һөйләмдән аҙаҡ килергә, баш һөйләмдәге шулай һүҙен асыҡларға тейеш. Мин шулай уйлайым, иптәштәр: кеше эштә станок янында ла, колхоз, совхоз баҫыуҙарында ла, өйҙә ҡатыны менән балалары эргәһендә лә кеше булып ҡалырға тейеш. (И. Абдуллин.)
12) Автор һүҙе менән тура телмәр араһына ҡуйыла. Бына судьялар алдына жандарм баҫҡан да ҡалын тауыш менән һөйләй:
— Павел Власовты бөтә кеше башлап йөрөусе тип әйтә. (М. Горький.)
Әгәр тура телмәр тырнаҡ эсенә алынһа, ике нөктәнән һуң һыҙыҡ ҡуйылмаҫ ине.
Һыҙыҡ.
Был тыныш билдәһе түбәндәге осраҡтарҙа ҡуйыла.
1) Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле теркәүесһеҙ тиң хәбәрҙәр араһында. Тиң хәбәрҙәр бер-береһен асыҡларға, аҙаҡ бирелгән хәбәр алдағы хәбәрҙе икенсе төрлө атарға мөмкин. Егетлек бүрек кейеүҙә түгел — батырлыҡта. Ҡай берәүҙәр үлһә, йылдар үтеү менән иҫтән сыға — онотола. (М. Ғафури.)
2) Һөйләмдең эйәһе лә, хәбәре лә бер үк һүҙ төркөмөнән килһә, улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла. Ғилем — ҡош, аҡыл — ҡанат.
3) Һөйләмдең эйәһе булып килеүсе был, былар күрһәтеү алмаштарынан һуң һыҙыҡ ҡуйыла. Был — колхоз председателе Саҡай Солтанов уҙе ине. (Б. Бикбай.)
4) Ябай һөйләмдәрҙә тиң киҫәктәрҙе дөйөмләштереүсе һүҙҙең алдына һыҙыҡ ҡуйыла. Китап, дәфтәр, ручка — былар уҡыусыға кәрәк әйберҙәр.
5) Әгәр өҫтәлмәлек тә, аныҡлаусы һүҙ ҙә исемдән йәки бер үк һүҙ төркөмөнән килһә, улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла. Ҡаҙармала командирҙар өсөн тәғә-йенләнгән бүлмәләрҙең береһендә ике полк комиссары — Хоҙайбирҙин менән Ғимаҙиев бергә торҙо. (Ф. Иҫәнғолов.)
6) Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һөйләмдәрҙән төҙөлгән теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә һыҙыҡ ҡуйыла. Бындай осраҡтарҙа һыҙыҡ торған ергә ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен ҡуйып була. Эш бөттө — көлтә йыяһы ғына ҡалды.
7) Бер һүҙ ҡабатланмаһын өсөн, хәбәр вазифаһын үтәүсебер үк һүҙ ике тапҡыр биреләһе урынға бер мәртәбә генә ҡулланылһа, хәбәр урынына һыҙыҡ ҡуйыла. Мәктәп — яҡшы уҡытыусыһын, ә ауыл бына тигән кешеһен юғалтты.
8) Һөйләм уртаһында килгән инеш һөйләмдәрҙең ике яғына ла һыҙыҡ ҡуйыла. Бөтә командирҙар — улар ете кеше ине — штабҡа йыйылғас, Захаров уларҙың докладтарын тыңланы. (Б. Хәсән.)
9) Баш һөйләмдән алда килгән эйәрсән хәбәр һөйләмдән аҙаҡ һыҙыҡ ҡулланыла. Килбәте ниндәй — күләгәһе шундай.
10) Тура телмәр менән автор һүҙе араһында һыҙыҡ ҡуйыла. Беҙ барғас та, бабай: «Йәгеҙ, балалар, һыу алып килегеҙ», — тине.
11) Һыҙыҡ дңалогтарҙа ҡулланыла.
— Һин ҡайҙан килдең?
— Ауылдан.
Йәйәләр.
1) Инеш һөйләмдәр йәйәләр эсенә алына. Был һорауға ул да (Кәбир синыфта иң алдынғы уҡыусы ине) ҡапыл ғына яуап бирә алмай торҙо.
2) Һөйләмдең йөкмәткеһенә асыҡлыҡ индереүсе йәки һөйләмдәге берәй һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлаусы һүҙ йәки һүҙбәйләнеш йәйәләр эсенә алына. Башҡорттар үҙҙәренең илен, уның ғәжәйеп матурлығын сикһеҙ яратып, рухланып, маҡтап йырлағандар («Урал», «Ирәндек», «Азамат» һ. б.).
3) Өҙөктөң (цитатаның) ҡайҙан, ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын күрһәтеүсе
һүҙҙәр — атамалар йәйә эсенә алыныусан. Мәктәп артындағы түбәлә тәлгәш ҡайын моңайып ҡына ҡояшы оҙата. (X. Ғиләжев.)
Әгәр йәйәләр эсенә алынған һүҙҙәр һылтанма рәүешендә биттең аҫтында бирелһә, йәйәләр бөтөнләй ҡуйылмай.
4) Драма әҫәрҙәрендә авторҙың аңлатмалары (ремаркалар) йәйәләр эсенә алына. Сәлих (күңелһеҙләнеп ). Шунан, тағы нимәләр ҡыйраттың инде?
Уҡыған саҡта йәйәләр эсенә алынған һүҙҙәр менән һөйләмдәр шәберәк темп, түбәнерәк тауыш менән әйтелә.
Тырнаҡтар.
1) Тура телмәрҙәр тырнаҡ эсенә алына. «Аҡ юл һеҙгә!» — тип оҙаттылар.
2) Текст, һөйләм эсендә килгән гәзит, журнал, әҫәр, китап, колхоз, совхоз, завод, фабрика, атамалары булған шартлы исемдәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр тыр-наҡтар эсенә алынып яҙыла Әгәр шартлы исемдәргә ялғауҙар ҡушылһа, улар тырнаҡ эсендә бирелә. Мин «Йәншишмә», «Аманат» кеүек баҫмалар алдырам.
Иҫкәрмә: исемендәге һүҙе менән килгән шартлы исемдәр тырнаҡтар эсенә алынмай. Мин Ленин исемендәге колхозда булдым.
3) Тәнҡитләүҙе, мыҫҡыллауҙы, көлөүҙе, кире мөнәсәбәтте аңлатыусы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, кешеләргә бирелгән төрлө ҡушаматтар, күсерелгән мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр тырнаҡтар эсенә алына. Бына был — иҫке хөкүмәттең һалдатты «тәрбиәләүе», «тәртип» һаҡлатыуы, кешеләрҙе «иркен йәшәтеүе» ине. (А. Таһиров.)